Кем намыҫлы?09.01.2013
Республиканың баш ҡалаһы хакимиәте, вәғәҙәһен үтәп, Өфөләге намыҫлы төҙөүселәр реестрын булдырҙы.
Белешмәнең маҡсаты — “һаҡаллы” төҙөлөштәр барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртеү, йорт һалыуҙа өлөшләтә ҡатнашыусыларға намыҫһыҙ ойошмалар хаҡында мәғлүмәтте ваҡытында еткереү.
Хеҙмәттең мөһим әһәмиәткә эйә булыуына шик юҡ, сөнки Рәсәй ҡануниәтендәге ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙән файҙаланып, артыҡ ныҡ ышаныусан кешеләрҙең аҡсаһын үҙләштерергә әҙер тороусы намыҫһыҙ эшҡыуарҙар кәмемәй. Ошоға бәйле Өфө хакимиәте компанияларҙы теге йәки был категорияға индереү шарттарын билдәләне. Унда төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың төҙөүсегә ҡарата ялыуы булмауы, объекттың ваҡытында файҙаланыуға тапшырылыуы, ҡануниәт талаптарына ярашлылыҡ, өлөшсөләрҙең аҡсаһын маҡсатҡа ярашлы тотоноу, ҡануниәтте боҙоу осраҡтары күҙәтелмәү, Башҡортостандағы Дәүләт төҙөлөш күҙәтеүе инспекцияһы талаптарын һәм күрһәтмәләрен ваҡытында үтәү, ҡала бюджетына ҡуртым һәм башҡа түләүҙәр буйынса бурыстың юҡлығы инә. Ҡала етәкселегенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн төҙөлөш комплексындағы туғыҙ предприятие ғына ошо талаптарҙың барыһына ла яуап бирә. Ҡала власы был ойошмаларға Реестрға инеүҙәре тураһында белдереү ебәргән. Намыҫлы төҙөүселәр исемлегендә әле Өфө ҡалаһының Инвестиция-төҙөлөш комитеты, Заказсы һәм техник күҙәтеү хеҙмәте, “Жилстройинвест”, “Эре панелле йорттар һалыу” йәмғиәтенең “Инициатива” предприятиеһы, 10-сы төҙөлөш идаралығы, “Ағиҙел-ИнвестСтрой” компанияһы, Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды, “ПСК-6” компаниялар төркөмө, “ЭРС” фирмаһы теркәлгән.
Реестрҙың тәүге варианты менән Өфө хакимиәтенең рәсми сайтындағы “Документтар” бүлегендә танышырға мөмкин.