Бәлә — аяҡ аҫтында09.01.2013
Яңы йыл байрамы ла гел генә шатлыҡтарҙан, һөйөнөстәрҙән тормай шул. Берәүҙәр ял иткәндә, күңелле осрашыуҙарҙан ләззәт кисергәндә, икенселәргә тормош һынауҙарын үтергә, юғалтыуҙар кисерергә тура килә.
4 ғинуарҙа Италияның төньяғында Рәсәй туристарының ҡаргиҙәрҙең ауыуы һөҙөмтәһендә йөҙ метр тәрәнлектәге упҡынға ҡолауын ишетеп, беҙ ҙә тетрәндек. Ике кеше ауыр хәлдә, алтауһы үлгән. Уларҙың араһында Саҡмағош районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Рәфилә Пшеничнаяның булыуы айырыуса үкенесле.
Италияла 12 йыл ашнаҡсы булып эшләгән 52 йәшлек ҡатын йылына ике тапҡыр Башҡортостанда йәшәүсе балалары янына ҡайтып йөрөгән. Бер йыл элек тормошҡа сыҡҡан һәм ире Азат Йәғәфәров менән Чермис курортындағы отелде ҡуртымға алған. Кискеһен улар таныштарын күрше ҡунаҡханаға илтмәксе була һәм, ни сәбәптәндер, ҡаргиҙәр юлдан яҙлыға.
Өс сәғәттән ашыу эҙләү һөҙөмтәһендә алты кешенең кәүҙәһе табыла. Ҡаргиҙәрҙең водителе Азат Йәғәфәров менән Борис Юдин ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.
Италияның власть органдары иртәгәһенә үк һәләк булғандарҙы тыуған яғына оҙатыуға рөхсәт бирә, туғандары өсөн виза әҙерләүҙе ойоштора. Һәләк булғандарҙың бишәүһе — Краснодар крайынан килгән туристар. Уларҙы алып ҡайтыуҙы туристик фирманың страховка компанияһы үҙ өҫтөнә алған. Ә бына яҡташыбыҙҙы тыуған яғында ерләүгә киткән сығымдарҙың туғандары иңенә төшөүе ихтимал. Яҡынса иҫәпләүҙәрҙән күренеүенсә, 10 мең евро талап ителәсәк. Әлегә был аҡсаның биштән бер өлөшөн генә йыя алғандар.
Рәфилә Пшеничнаяның балалары Ләйсән һәм Илнур әсәләрен тыуған төйәгендә, Чечняла һәләк булған улының ҡәбере менән йәнәш ерләргә өмөтләнә. Оло фажиғәгә тарыған ғаиләгә ярҙам итергә теләүселәр түбәндәге телефон номеры буйынса шылтырата ала: 8-965-661-47-59.