Христиандар байрам итте09.01.2013
Православие дине вәкилдәре христиандарҙың иң ҙур байрамдарының береһен — Христос Раштыуаһын — билдәләне.

Урыҫ Православие сиркәүе менән бер рәттән 7 ғинуарҙа Раштыуаны Грузия, Иерусалим, Сербия сиркәүҙәре лә байрам итә. 1920 йыл башында Яңы Юлиан календарын ҡабул иткән Болгария, Греция, Румыния иһә был байрамды католиктар менән бергә 25 декабрҙә билдәләй.
Раштыуаның тарихы IV быуаттан килә. Иисус Христостың (Ғайса пәйғәмбәрҙең) ысын тыуған көнө тураһындағы мәсьәлә ҙур бәхәс тыуҙыра, әлбиттә. Тәүге христиандар өсөн Иисустың терелеүен байрам итеү мөһимерәк. Әле был көн, белеүебеҙсә, пасха булараҡ байрам ителә.
Раштыуаның иң мөһим элементы — биҙәлгән шыршы. Был йола Германия халыҡтарында ғүмер һәм уңдырышлылыҡ символы тип иҫәпләнгән.
Әле донъяла 200 миллиондан ашыу православие христианы бар. Уларҙың күпселеге өсөн Раштыуа пасха менән бер рәттән йылдың төп байрамдары иҫәбенә инә.


Вернуться назад