Республика Хөкүмәте Башҡортостанда умартасылыҡты артабан үҫтереү маҡсатында 2020 йылға тиклемге концепцияны раҫланы.
Документта һәр районда башҡорт бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторҙары ойоштороу, тоҡомсолоҡ заводының, репродукторҙарының һәм умарталыҡтарҙың матди-техник базаһын нығытыу, шулай уҡ умартасылыҡ ҡорамалдары, кәрәк-яраҡтары етештереү буйынса махсус предприятиелар асыу, республикалағы дөйөм белем биреү учреждениеларында умартасылыҡ дәрестәрен индереү ҡарала.
Концепцияға ярашлы, ошо сараларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә төбәктә умартасылыҡты тотороҡло үҫтереү, бал етештереү күләмен арттырыу, халыҡты умартасылыҡ продукцияһы нигеҙендә сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мөмкинлеге тыуасаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағында Умартасылыҡ буйынса координация советы ойошторолдо. Уның бурысы — тармаҡта фәнни-етештереү һәм белем биреү эшмәкәрлеген көйләү, консультатив ярҙам күрһәтеү, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡ предприятиеларының, фермер хужалыҡтарының, умартасылыҡ өлкәһендә эшләгән кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлау. Советҡа Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары, ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре, ғалимдар, белгестәр ингән.