“Аждаһаға бөгөн рәхәт, йыл буйына тырышып эшләне лә әле килеп ял итә. Эштәре лә, уй-хыялдары ла тормошҡа ашты уның. Миңә лә һынатмаҫҡа кәрәк, тотош бер йылды ышанып тапшырҙылар бит. Урамға сығып, халыҡтың хәл-әхүәлен белеп киләйем булмаһа, донъяла ниндәй үҙгәрештәр бар икән?” Йылан шулай һөйләнә-һөйләнә йылы ғына түшәгенән тороп тәҙрәгә баҡты.
Ә урамда шундай күңелле: бар тирә-яҡ, ағастар ҙа аҡ ҡар аҫтында ҡалған. Аждаһаны оҙатыуға дүрт көн үтеп тә киткән икән дә баһа. Былай илдә, республикала, ғөмүмән, бөтөн донъяла тыныс, халыҡ йылдағыса ун көнләп ялда. Балаларҙың да ҡышҡы каникулы дауам итә. Әйҙә, ял итһендәр, тырышып эшләнеләр ҙә, уҡынылар ҙа — батырға ла ял кәрәк бит.
– Уф, харап ҡына булды, тайып ҡоланы, имгәнде! Тиҙерәк ярҙам итергә кәрәк был бәндәгә! — тип ҡысҡырғанды ишетеп, Йылан теге бәндә янына ашыҡты. Бигерәк ҡурҡыныс шул юлда хәҙер, тайып аяҡ-ҡулды һындырыуы бер ни тормай. Яңы йыл төнөндә генә, мәҫәлән, республикала ике меңгә яҡын кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән табиптарға мөрәжәғәт иткән. Ә Өфөнөң травматология пункттарында һуңғы ике тәүлектә генә 300 тирәһе кешегә ярҙам күрһәтелгән. Һүрәттәге Алмабикә лә Яңы йылды таяҡ менән ҡаршылармын тип уйлаған тиһегеҙме? Юҡ шул, урамда тайып ҡолап, аяғын һындырған, дауаханаға ире алып йөрөй. Араҡы шауҡымы ла күп осраҡта бәләгә килтерә, Ҡытайҙа етештерелгән сифатһыҙ төрлө шартлатҡыстар ҙа күптәрҙең башына етә. Яңы йылды ҡаршылағанда өс кеше ошо шартлатҡыстан ҡаза күргән: оло йәштәрҙәге ике кеше ҡала дауаханаһына оҙатылған, ә биш йәшлек малайҙың күҙе йәрәхәтләнгән.
“Каникул осоронда балаларға күңел асыу урындары ла етерлек икән, йоҡлап тик ятҡанмын”, — тип үкенеп тә ҡуйҙы Йылан, Якутов исемендәге ял паркына килгәс. Бында күңелле, балалар рәхәтләнеп конькиҙа шыуа, бәләкәйҙәргә ата-әсәһе лә ярҙам итә. Прокатҡа ла коньки алып була, саңғыла йөрөгөң килһә, рәхим ит! Катокка килгән халыҡ имгәнмәһен өсөн бында резина балаҫтар ҙа һалып ҡуйғандар. Ярай, паркта һәр кем матур ял итә, төшөнкөлөккә бирелмәй. Ҡала урамдары ла машина тығындарынан бушап ҡалған да баһа! Йөрөүе ҡайһылай рәхәт, байрамдар бөтһә, тағы ла мәхшәр башланыр инде. “Тәк-тәк, әле таҙартылмаған урындар ҙа бар икән, өйгән дә киткәндәр, ә кем өйөмдәрҙе сығарырға тейеш һуң?” Бындай күренештәрҙе күп кенә урамда осратып, Йыландың бер аҙ кәйефе төштө. “Был тәртипһеҙлек хоккей уйнарға килгән сит ил спортсыларына оҡшамаҫ, моғайын, – тип борсолоп та ҡуйҙы ул. – Хужаларға еткерергә кәрәк был хәлде, юғиһә, шыуышып та был ҡар тауҙарын үтермен тимә!” Әлбиттә, эшләйҙәр ул коммунальщиктар, уларҙың эшен яманларға әллә ни сәбәп тә юҡ кеүек. Мәҫәлән, баш ҡала урамдарынан ошо дүрт көн эсендә генә 60 тейәгес, 80 үҙбушатҡыс ярҙамында 26 мең кубометр ҡар яланға сығарылған.
Күрше районда йәшәгән туғанына ла барып әйләнергә уйлағайны Йылан, тик өс көн эсендә республика юлдарында булған юл-транспорт фажиғәләре тураһында ишетеп, уйынан кире ҡайтты. 10 юл-транспорт фажиғәһендә ике кеше һәләк булған, бер нисәүһе төрлө йәрәхәт алған. Әле йыл башланмаған, ә иҫерек килеш руль артына ултырыусылар һаны арта бара икән. Был хәбәр ҙә Йыланды ҡыуандырманы.
“Аждаһа ла ошо уҡ проблемалар менән янды-көйҙө микән?.. Ярай, бирешмәҫмен, тырышырға тура килер инде”, – тип артабан шыуышты Йылан.