Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар!05.01.2013
Яңы йыл алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡына ҡотлау менән мөрәжәғәт итте. Унда былай тиелә:
“2012 йыл беҙҙе тағы ла нығыраҡ тупланы, яуаплыраҡ һәм көслөрәк итте. Беҙ яҡшы эшләнек, һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәштек. Республика Рәсәйҙең иң уңышлы төбәктәре иҫәбенә ышаныслы инә.
Ҡәҙерле дуҫтар! Хеҙмәтегеҙ, түҙемлек, оптимизм, ныҡышмалылығығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Беҙ республикалағы тормошто яҡшыртыу өсөн артабан да бергә эшләйәсәкбеҙ.
Барыбыҙ ҙа киләсәк, балалар һәм ейәндәр, яҡындар һәм дуҫтар, ахыр сиктә, үҙ яҙмышыбыҙ өсөн борсолабыҙ. Беҙгә иртәгәһе көнгә ышаныс, йәмғиәттең тыныс һәм ҡаршылыҡһыҙ үҫеше кәрәк. Уртаҡ тырышлыҡ менән бер-беребеҙгә ярҙам итеп кенә ошо үҫеште тәьмин итә аласаҡбыҙ. Көсөбөҙ — берҙәмлектә.
Балаларҙы һәм ололарҙы тормош ауырлыҡтары алдында яңғыҙ ҡалдырырға ярамай. Ярҙамсыллыҡ һәм ихтирам кеше мөнәсәбәттәренең нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Беҙгә изгелеккә ышанысты, итәғәтлелек, ғәҙеллекте нығытырға кәрәк.
Ҡәҙерле дуҫтар! Ошо һүҙҙәрҙе әйткән мәлдә, Яңы йылға тағы ла яҡынайҙыҡ! Уны туғандарығыҙ, һөйгәндәрегеҙ, дуҫтарығыҙ менән ҡаршылайһығыҙҙыр, тип ышанам. Ошо байрам йылыһы һеҙҙе йыл буйы ташламаһын. Сәғәт һуҡҡан саҡта иң изге хыялдарҙың тормошҡа ашыуын теләйек. Эргәбеҙҙә һөйөү, йылылыҡ һәм татыулыҡ күберәк булған һайын, тормошобоҙ ҙа сағыуыраҡ, матурыраҡ буласаҡ.
Барыбыҙға ла уңыштар, һаулыҡ, тыныслыҡ! Яңы 2013 йыл бөтәбеҙ өсөн дә шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай, имен булһын!
Яңы йыл менән, ҡәҙерле туғандар!”