“Өфөнән Көсөгәнгә күскәнемә үкенмәйем”05.01.2013
“Өфөнән Көсөгәнгә күскәнемә үкенмәйем”Өфө һынлы ҡаланы ҡалдырып, ауылға йәшәргә ҡайтҡандар тураһында күптәр "вәт, ахмаҡ", бәғзеләре "бурысҡа батҡандыр" тип уйлайҙыр, моғайын. Ысынлап та, оҙаҡ йылдар ҡалала көн иткән, үҙ фирмаһын булдырып, уңышлы ғына эшмәкәрлек алып барған кеше хаҡында тәүҙә миндә лә ошондай фекер тыуғайны. Әммә крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторған Руслан Булатовты күреп, уның эше менән яҡындан танышҡас, уйымдан кире ҡайттым. "Маладис"тан башҡа һүҙ тапманым, һәр кемгә ҡалала йәшәргә тимәгән бит.

Егет шау-шыулы ҡаланан һуң ауылды үҙ итеүенә һис үкенмәй, киреһенсә, күптән тыуған яғыма ҡайтырға кәрәк булған, тип иҫәпләй.
– Ҡала тормошо унда йәшәмәгәндәргә ҡыҙыҡ, матур булып күренә. Тик машина тығындары, гел генә ашығып йөрөү, ығы-зығыһы барыбер йонсота, – ти егет. – Стәрлетамаҡта тыуһам да, бала сағым ауылда үтте, шуға ла һил ауыл мөхите миңә ҡәҙерле лә, яҡын да.
Руслан Көсөгән урта мәктәбенән һуң, 1999 йылда, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының бухгалтер иҫәбе һәм аудит финансы факультетын тамамлай. Әммә юғары дипломлы белгескә эшкә урынлашып, хеҙмәт юлын башларға насип булмай. Аварияға эләгеп, өс йылға яҡын түшәктә ята. Йәш организм көслө була, туғандарын, дуҫ-иштәрен ҡыуандырып, Руслан ҡабаттан аяҡҡа баҫа.
2003 йылда баш ҡалаға килгәс, иҡтисади белемле егет аудитор фирмаһына эшкә урынлаша. Тырышлығын, уңғанлығын ишетеп, күп тә үтмәй, уны республиканың “Өфөнән Көсөгәнгә күскәнемә үкенмәйем”Иҡтисад министрлығына "ҡоҙалайҙар". Ниңәлер Руслан рәсмилек талап иткән ҡағыҙ эшен үҙ итмәй, бер йылдан һуң икенсе урынға күсә. Күсемһеҙ милек агентлығында риэлтор булып та эшләп ала. Аҙаҡ ошо йүнәлеш буйынса үҙ эшен булдырырға уйлап, Сипайлово биҫтәһендә "Афина" күсемһеҙ милек агентлығын ойоштора. Ошонда буласаҡ ҡатынын осрата.
Йәштәр Өфөлә төпләнергә ҡарар ҡыла. Торлаҡ мәсьәләһен дә тиҙ хәл итәләр, яңы фатирға күсенәләр. "Афина" агентлығының эшмәкәрлеге хаҡында ҡалала ыңғай фекер тарала, клиенттар күбәйә. Эш яҡшы ойошторолғас, аҡсаһы ла килә башлай. Шулай ҙа Руслан барыбер ҡала тормошон өнәмәй. Етмәһә, әсәһе ауырый, уны тәрбиәләргә кеше лә булмай сыға. Ҡатыны, туғандары менән кәңәшләшеп, ауылға ҡайтырға теләге булыуын әйтә. Яҙмышын ауылһыҙ күҙ алдына килтермәгән егет, мөлкәтен һатып, күптән инде юлға һалынған эшмәкәрлеген сит кешегә ҡуртымға тапшырып, 2009 йылда Көсөгәнгә ҡайта.
Ул бөлгөнлөккә төшкән Октябрҙең 60 йыллығы исемендәге колхоздың элекке Аҡъяр һөтсөлөк фермаһын ремонтлап, ике бинала 60 баш һыйыр малы аҫрай, 300-ләп һарыҡ үрсетә. Тәүҙә ауылдаштары Русландың ҡайтыуына аптырап, "бер-ике ай эшләр ҙә, аҡсаһын туҙҙырып, кире Өфөһөнә ҡасыр әле" тип уйлай. Тик бына икенсе йыл инде йәш фермер "колхоз"ын ҡалдырмай, киләсәккә яҡты хыялдар ҡороп, ныҡлап ошонда төпләнергә ҡарар итә. Бөгөн улар Көсөгәндә йәшәй. “Өфөнән Көсөгәнгә күскәнемә үкенмәйем”Әсәһе лә берҙән-бер улының ауылды һайлауына ҡыуанып бөтә алмай, ҡартайған көнөндә ныҡлы терәк, таяныс булыр тип ышана. Ә Ишембайҙан килен булып төшкән Ләйсән уға ярҙамсы, ейән-ейәнсәрҙәре Мансур менән Эмилия иһә күңел тыныслығы өҫтәй.
Әлбиттә, тәжрибә етеңкерәмәгәс, фермерға тәүге осорҙа еңел булмай, хужалыҡты алып барыу өсөн эшләргә кеше лә таба алмай. Булған аҡсаһына ул ауыл халҡынан һыйыр малы, һарыҡ һатып ала. Үҙенең 23 һарығын, ике һыйырын да ҡушып көтөүгә сығара. 2010 йылда инде Руслан крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштора. Иң тәүҙә тракторҙы ҡулға төшөрә, бесән-һалам преслау техникаһы ала. Йәй-көҙ күп итеп мал аҙығы әҙерләй, бесән-һалам преслай. Аҙаҡ башҡа хужалыҡтарға аҙыҡты һатып, алмашҡа һыйыр малы, һарыҡ, ҡатнаш аҙыҡ ала. Хужалығын мал аҙығы менән тәьмин итә, көтөүен яңырта. Әлбиттә, һөт етештермәй, сөнки һыйыр һауырға ҡатын-ҡыҙ, малды көтөргә ир-егет таба алмай. Ауылдаштары ла йәш фермерға эшкә барырға атлығып тормай, көнсөллөк ауыл ерендә һаман булһа бар бит. Шулай ҙа егет бирешмәй. Ике туған ағаһы Илдар Булатовты, күршеһе Ринат Рәхимовты алған, аҡсаһын да түләгәс, улары намыҫланып эшләй. Бөгөн Руслан барыбер эшсе ҡулға ҡытлыҡ кисерә.
– Аҡсаһыҙ ятһа яталар, әммә эшләргә теләмәйҙәр. Әле ошо мәсьәлә бәкәлгә һуға. Ауылдаштарыма ихтирам менән ҡарайым, эш яратһалар, иғтибар ҙа, абруй ҙа артыр ине, – ти фермер.
Русландың пилорамаһы ла бар. Киләсәктә халыҡҡа хеҙмәт күрһәтергә теләй, сөнки ағас материалдарына бөгөн ихтыяж бар, күптәр йорт һала, ремонт үткәрә. Бынан тыш билмән, ярым фабрикаттар етештереү цехы асып, район үҙәге халҡын да ризыҡ менән тәьмин итергә уйлай.
Шуныһы ҡыуаныслы: тырыш егеттең хеҙмәтен районда баһалағандар. Быйыл уның крәҫтиән хужалығын "2012 – 2014 йылдарҙа ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү" программаһына индергәндәр. "Күктән төшкән аҡсаға" фермер бесән-һалам преслаусы, сапҡыс, тейәгес, арба һатып алған. Былар киләсәктә фермерҙың эшен күпкә еңеләйтәсәк. Бынан тыш, тағы ла 200 баш һарыҡ һатып алыуҙы маҡсат итеп алған. Лимузин тоҡомло итле һыйыр малын яҙҙан аҫрарға йыйына. Ер алып, уны эшкәртергә иҫәп тота. Хыялы күп йәш фермерҙың, ә кемдең киләсәккә маҡсаты бар, тик шул ғына уңышҡа өлгәшә алалыр, моғайын.


Вернуться назад