Иҫке багаж менән йәшәмәйек05.01.2013
Мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы барыбыҙ ҙа яҡшы белә һәм хаҡлы рәүештә ғорурлана торғандыр. Әммә мәҙәниәтебеҙ ысын мәғәнәһендә мәҙәниәтлеме, ил күләмендә иҫтә ҡалырлыҡ ниндәй сараларҙа үҙебеҙҙең таланттарҙы балҡыта, яңы үрҙәргә өлгәшә алдыҡ тигән һорауға яуап эҙләгәндә күңелдә икеләнеү тойғолары ла уянып ҡуя.
Таҡыр кеҫә менән мәҙәниәтле булыу мөмкинме?
Башҡортостан Президентының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә тәүге тапҡыр мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеүе юҡҡа түгел. Рөстәм Хәмитовтың: "Мәҙәни мөхитте үҫтереү буйынса эште дәүләттең кеше үҫешенә һалған инвестицияһы булараҡ ҡарау шарт", — тип әйтеүе үк тармаҡ алдындағы бурыстарҙың ни тиклем әһәмиәтле икәнлегенә ишаралай.
Республика Хөкүмәтенең Яңы йыл алдынан мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү, етемдәрҙең һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғын хәл итеү мәсьәләләре ҡаралған ултырышта барыбыҙҙы ла уйландырған, борсоған проблемалар күтәрелде.
Һуңғы йылдарҙа бер ни тиклем һүлпәнәйә төшкән тармаҡ эшмәкәрлеге, ниһайәт, уянды кеүек. Яңы етәкселәрҙең тәғәйенләнеүе, иҫке мәсьәләләргә яңыса, ижади ҡараштың төҫмөрләнеүе ҡала һәм ауылдарыбыҙҙың мәҙәни йәшәү мөхитен йәнләндереүгә булышасағына ышаныс уята. "Мәҙәниәт байрам һәм төрлө саралар үткәреүҙе генә аңлатмай. Барыһынан да элек ул — һәр беребеҙҙең рухи яҡтан бай йәмғиәт төҙөүҙә көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәте", — тип белдерҙе үҙенең сығышында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Ул маҡсатлы "2013 — 2018 йылдарға Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәтте, сәнғәтте үҫтереү" программаһын эшләүҙең оҙаҡҡа һуҙылыуы, уның, Мөрәжәғәтнамәлә яңғыраған талаптарҙы ла иҫәпкә алып, байытыласағы тураһында белдерҙе.
Рәсәй һәм республика етәкселеге ҡуйған яңы бурыстар киң ҡоласлы. Һүҙ ҙә юҡ, улар тейешле кимәлдә финанслауҙы талап итә. Үкенескә ҡаршы, элек тармаҡҡа бюджеттың 3 проценттан да кәм булмаған өлөшө йүнәлтелһә, әлеге ваҡытта закондарҙа был һан бөтөнләй юҡ, һәм барлыҡ эш тә мөмкинлектән сығып финанслана. Быйыл ошо маҡсатҡа 2 миллиард һумдан ашыу (5 %) аҡса бүлеү планлаштырыла. Әммә, министр билдәләүенсә, был күләмдәге аҡса ла етерлек түгел, сөнки мәҙәниәтте ошо кимәлдә һаҡлау өсөн генә лә өҫтәмә рәүештә 800 миллион һум кәрәк, ә үҫешкә өлгәшеү өсөн кәм тигәндә тағы ла 2 миллиард һум талап ителә. Шунһыҙ яңы проекттар, мәғлүмәт технологиялары, лайыҡлы эш хаҡы тураһында һүҙ йөрөтөүебеҙ буш хәбәр генә булып ҡалыуы ихтимал.
Халҡыбыҙҙың рухи донъяһын байытырға, тормош сифатын яҡшыртырға бурыслы өлкә үҙе лә хәстәрлеккә, аңлауға мохтаж бөгөн. Үткән йылдың туғыҙ айлыҡ йомғаҡтары буйынса тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 10 мең һум самаһы ғына тәшкил итеүе, торлаҡҡа ихтыяждың ҙурлығы социаль мәсьәләләрҙең ныҡ киҫкенләшеүен раҫлай.
Республика Президентының 2018 йылға өлкәләге уртаса эш хаҡын төбәктәге уртаса эш хаҡы кимәленә еткерергә вәғәҙә биреүе рухландырһа ла, биш йыл эсендә был дәүмәлдең дә бер урында тапанмаясағы, үҫәсәге билдәләнгән үрҙәрҙе яулауҙа кәртә булмаҫмы, тигән шик-шөбһә лә тыуҙыра. Республика башлығы, хәлдең ҡатмарлығын аңлап, мөһим эште планлы рәүештә яңы йылдан уҡ башлау яғында.
Баш осонда ҡыйығы ла булһасы...
Бөгөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең яртыһынан ашыуы йортһоҙ-фатирһыҙ интегә, Президент ошо маҡсатҡа йыл һайын берлектә финанслау шарты менән 50 миллион һум бүлмәксе. Урындағы властың да ауыл китапханалары, клуб, халыҡ коллективтары хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға лайыҡлы өлөш индереүенә өмөт бағлап: "Муниципалитеттар һәм ҡала округтарынан тыш был проблеманы хәл итә алмаясаҡбыҙ", — тип белдерҙе республика башлығы. Өлгө алырлыҡ, хатта көнләшерлек миҫал да бар: Туймазы районы хакимиәте театр артистарына яңы йорттан тотош бер подъезды бүлгән!
Ултырышта шулай уҡ һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы, штат расписаниеларын, контракттарҙы яңынан ҡарау, учреждениеларҙы инвентаризациялау буйынса саралар күреү зарурлығы билдәләнде. Клубтар ҙа мәктәптәр менән булған күңелһеҙ хәлде кисермәһен, мәҙәниәт усаҡтары ябылмаһын, ауыл кешеһе китапхана, күңел асыу сараларынан мәхрүм ҡалмаһын өсөн бөтә ресурстарҙы дөрөҫ файҙаланыу кәрәклеге иҫкәртелде.
Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, тармаҡтың кадрҙар ҡеүәтен арттырыу буйынса күп эшләргә кәрәк әле.
Сәнғәт академияһын тамамлаусыларҙың иң көслөләре һәм лайыҡлыларының республиканан ситкә китеүе һәммәбеҙҙе уйланырға мәжбүр итә. Йәштәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс эш, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы һәм уңайлы торлаҡ шарттары ғына тыуған төбәгенә ылыҡтыра алыуы — бөгөнгө ысынбарлыҡ. Яңы ҡарашлы, ижади табыштары менән башҡаларҙы ла әйҙәүсе йәштәр юҡ кимәлендә, шуға күрә мәҙәниәт учреждениеларының күбеһе һаман да иҫкесә эшләй, быҫҡып йәшәй. Ғөмүмән, кадрҙар ҡеүәтен үҫтереүҙең төптән уйланылмауы министрҙың сығышында ла яҡшы сағылды. "Беҙ ошоғаса кадрҙарға ҡытлыҡ кисермәһәк тә, Мәскәү һәм Санкт-Петербург вуздарында республика бюджеты иҫәбенә белгестәр әҙерләнек", — тине ул һәм әле лә ошо хәлдең дауам итеүен билдәләне. Министр йөҙ тапҡыр хаҡлы: төбәк имиджын иҡтисад һәм сәнәғәт күрһәткестәре генә билдәләмәй, ә мәҙәниәттәге ҡаҙаныштар, академик коллективтар, опера театры йәки симфоник оркестрҙар ҙа республиканың дәрәжәһен, абруйын күтәреүгә булыша.
Ул яҡтан борсолорға урын юҡ: дәүләт театрҙары һаны буйынса Волга буйы федераль округында Татарстандан ҡала икенсе урындабыҙ, театр-концерт ойошмалары йәһәтенән дә хәл зарланырлыҡ түгел. Халыҡтың тамашаларға йөрөү кимәле лә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткескә яҡын. Әммә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бихисап: Стәрлетамаҡ филармонияһының, Милли әҙәбиәт музейының, "Башҡортостан" киностудияһының үҙ “ҡыйығы” булмауы, республика буйынса етмештән ашыу мәҙәниәт усағының тамамланмаған объекттар исемлегендә йөрөүе алдағы йылдар иңенә бурыс булып ята. Өҫтәүенә, муниципаль мәҙәниәт учреждениеларының 80 проценты әле яраҡлаштырылған, авария хәлендәге биналарҙа көн күрә. Китапхана эшен яңыртыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу зарурлығы ла бар. Йөкләмәләрҙең ҙур, мәшәҡәттәрҙең етерлек булыуына ҡарамаҫтан, яҡын көндәргә аныҡ бурыстарҙың билдәләнеүе — үҙе үк алға табан бер аҙым.
"Һаҡаллы" программаға өмөт бармы?
2017 йылға ҡәҙәр заманса мәғлүмәт технологияларын файҙаланып уҡыусылар 70 процентҡа тиклем артырға тейеш.
— Беҙ педагогтарҙың эш хаҡын 2017 йылда — 35 меңгә, балалар баҡсаһы педагогтарыныҡын — 28 меңгә, балалар-үҫмерҙәр ижады үҙәктәре, спорт мәктәптәре, шулай уҡ училище һәм колледждар уҡытыусыларының эш хаҡын 33 меңгә тиклем еткерергә тейешбеҙ. Бөгөн ҡараясаҡ программа власть коридорҙары аша ыҙалана-ыҙалана аҡрын ғына үтә. Бына ике йыл инде ул инстанциялар буйлап йөрөй, — тип билдәләне Рөстәм Зәки улы, концепцияның һәм һандарҙың туҡтауһыҙ үҙгәреүенә ҡәнәғәтһеҙлек белдереп.
Һуңғы ике йылда тармаҡтың матди-техник нигеҙен нығытыуға күп көс һалынды. Уҙған йыл аҙағында дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡытыусыларының эш хаҡы республикалағы уртаса эш хаҡы кимәленә еткерелде (22,5 мең һум). Быйылдан балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ла артасаҡ. Әлегә тиклем мәғариф өлкәһен яңыртырға федераль ҡаҙнанан аҡса бүленеп килһә, 2014 йылдан был эш республика иңенә һалынасаҡ.
2016 йылға тиклем балалар баҡсаһындағы урындарға мохтажлыҡты тулыһынса бөтөрөү бурысы ла ҡуйылды ултырышта.
Ауыл балаларын мәктәпкә йөрөтөү ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Мәғариф министры Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, быйылғы уҡыу йылында уҡыусыларҙы 942 автобус йөрөтә. Мәктәп транспортына ихтыяж ҙур әле, тармаҡтағы ҡулайлаштырыу менән бәйле йыл һайын 200-ҙән ашыу автобус һатып алырға кәрәк. Мәғариф өлкәһенең күп яҡлы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемаларының байтағы министрҙың сығышында сағылыш тапты: башланғыс һәм урта профессиональ белем биреүҙе үҫтереү, булдыҡлы кадрҙар әҙерләү, ялды ойоштороу, ҡулайлаштырыу сараларын дауам итеү.
Шулай ҙа иң үҙәккә үткәне — етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү. Йыл да сираттың йылдам үҫеүе, бүленгән аҡсаның яй үҙләштерелеүе мөһим эшкә аяҡ сала. Бөгөн торлаҡҡа 3400 кеше мохтажлыҡ кисерә. Айырыуса Өфө, Октябрьский ҡалаларында, Баймаҡ, Ишембай, Учалы райондарында сират ҙур. Торлаҡ баҙарында законға ярашлы 15 – 33 квадрат метр майҙанлыҡ фатирҙарҙың булмауы һәм Рәсәй Төбәк үҫеше министрлығы билдәләгән бер квадрат метр майҙан хаҡының түбәнлеге мәсьәләне хәл итеүҙе тотҡарлай.
— Эш ҡатмарлы, әммә уны барыбер хәл итергә тура киләсәк. 3400 фатирҙы табырға бурыслыбыҙ. Ә беҙ һаман бюрократлыҡ "мөғжизә"һен күрһәтәбеҙ, — тип Президент залда ултырған һәр район башлығынан мәсьәләне сисеү юлдарын табыуҙы талап итте.