Яңы йыл каникулында хужабикәләр табынға ниндәйерәк ризыҡ ҡуйырға тип баш ватыусан. 2013 йылдың билдәһе, мәғлүм булыуынса, аҡыллы, төплө уйлап эш итә, уға ашығыу-ҡабаланыу, ығы-зығы тыуҙырыу хас түгел.
Йыланды шатландырыу өсөн ниндәй аш-һыу әҙерләргә?
Быны һәр кем, янсығының ҡалынлығына ҡарап, үҙе хәл итә. Иң мөһиме — ризыҡтың тәмлелеге. Шулай уҡ төрлө тәмләткес һалырға, ғәҙәти булмағанса биҙәргә кәрәк. Байрам өҫтәлен хәстәрләгәндә тәжрибәнән ҡурҡмағыҙ. Әлегә ҡәҙәр табынға ҡуйылмаған өр-яңы ризыҡтар менән шатландырығыҙ.
Йыландың һунарсы икәнлеген онотмағыҙ. Улар төрлө шарттарҙа йәшәүе һәм ит ашауы менән айырыла. Хәйер, үҫемлектәр менән дә туҡлана. Шуға күрә барыһын да иҫәпкә алып, салаттың төрлөһөн әҙерләргә мөмкин.
«Йылан» салатыГорбушаны сәнске менән иҙгеләгеҙ, һуғанды ваҡ ҡына итеп турағыҙ, эретелгән сыр алығыҙ, бәшмәкте, йомортҡаны, кишерҙе һәм картуфты ҡырғыстан ҡырығыҙ. Барыһын да ҡушып, кәрәгенсә борос, тоҙ һәм майонез һалып бутағыҙ. Ҡат-ҡат итеп тә һалырға мөмкин. Ул сағында майонезды һәр ҡатлам һайын һыларға кәрәк. Барлыҡҡа килгән массаға салат япрағын борғоланып торған йылан кеүек итеп теҙеп сығығыҙ. Ваҡ ҡыярҙарҙы (корнишондарҙы) түңәрәкләп киҫергә лә «йылан» өҫтөнә һалырға.
Ҡыҙыл боростан «телен» киҫеп алып ауыҙына ҡуяһың.
Салат өсөн кәрәк:
2 банка балыҡ консерваһы (горбуша), 2 ҡап эретелгән сыр, 2 бешкән йомортҡа, 2 картуф, 1 кишер, 1 баш һуған.
Майонезды, тоҙ һәм боросто самалап һалырға.
Биҙәү өсөн:
Маринадланған ҡыяр, бер киҫәк ҡыҙыл борос.