Ҡотлайбыҙ!05.01.2013
Ҡотлайбыҙ!Белорет районының йәмле Инйәр йылғаһы буйлап ҡына һуҙылып ултырған матур Ғәбдөк ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә район үҙәгендә йәшәгән Зилә Минһажетдин ҡыҙы Абзалованы юбилейы айҡанлы һәм Яңы йыл менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Зилә Минһажетдин ҡыҙы тураһында “Хоҙай Тәғәлә бирһә бирә бит бер кешегә” тип тулы мәғәнәһендә әйтергә була. Ул эшендә, район гәзите “Урал”да, бына өс тиҫтә йылдан ашыу алыштырғыһыҙ хеҙмәткәр: кәрәк булһа тәржемәгә ултыра, уҡымлы мәҡәләләрен халыҡ ярата, хикәйә һәм матур шиғырҙар ҙа ижад итә, үҙе йәшәгән төбәгенең һәр проблемаһын күңеленә яҡын алып, бирелеп эшләй. Ә өйөндә алтын ҡуллы хужабикә: бәйләй, тәмле бешеренә, йортоноң эсе лә, тышы ла гөл-сәскәгә күмелгән, милли орнаменттар менән һүрәт төшөрөп, бөтә йыһазын музей экспонаты кеүек буяп эшләгән, ағас-таш, тамырҙарҙан сувенирҙар яһай.
Беҙ артабан да Зилә Минһажетдин ҡыҙына бар донъяға яҡтылыҡ, йылылыҡ өләшеп, әлегеләй йылмайып-көлөп, еҙнәбеҙ Айрат Саҙретдин улы менән балаларына таяныс-терәк булып бәхетле йәшәүҙәрен теләйбеҙ!

Иң изге теләктәр менән Өфөлә йәшәүсе туғандары: Луиза һәм Әүзәр Айытбаевтар, уларҙың балалары.


Вернуться назад