Кит инде, кит! Тамам тәҡәтен ҡоротто бит Өммөгөлдө ҡата башындай был малай. Шул тиклем дә яман ауыҙ, илаҡ бала булыр икән. Көн тимәй, төн тимәй, оло ауыҙын күтәреп, һажлауҙан башҡаны белмәй. Бер көндә таныштары, мужыт, ҡото осҡандыр, фәлән ауылда ҡот ҡойҙороу менән булашҡан әбей йәшәй, апарып ҡарағыҙ, тигәйне. Был кәңәшкә Өммөгөл ҡыуанып бөтә алманы. Кит, хыялый баш, нишләп күптән башыма килмәгәндер, кәнишне, ҡото ғына осҡан, башҡа чуртым ғына булһынмы!
Бөгөн шул ҡарсыҡҡа барып ҡайтырға уйлағайнылар. Тик бына берәй сәғәттән әйләнермен, әҙерләнеберәк тор тигән Тәлғәте генә сығып китте лә һыуға төшкән кеүек ғәйеп булды. «Ир ишараты, ҡайҙа олаҡты икән!» Үҙ алдына енләнә-енләнә бер тәҙрәнән икенсеһенә йүгергеләгән Өммөгөлдөң талағы алҡымына тығылды.
Ниһайәт, ҡыңғырау тауышы ишетелгәндәй булды. Ҡатын ишеген асыр-асмаҫтан, күҙе аларған күгәүен шикелле сәсрәп, иренә ташланды.
– Ҡайттыңмы ни, албаҫты, ниңә тағы әҙерәк йөрөй бирмәнең? Һиңә ясин сығартырға йыйына инем инде.
Бисәһенең бындай «наҙлы» һүҙҙәренә ғәҙәтләнеп бөткән ирҙең, нимәлер аңлатырға теләп:
– Кит әле, башалтай ауыҙ, уйнап йөрөйөмдөр шул, – тиеүе былай ҙа ярһыған Өммөгөлгә етә ҡалды. Ул йоҙроҡтарын иренең танауы аҫтында бейетепме-бейетте.
– Нимә-нимә, йә, ҡабатла әле шул һүҙеңде, йолҡош, хәҙер һин кеше булғас, шул ауыҙға әйләндемме?
Уның зәһәр тауышына яңы ғына әүен баҙарына китеп барған малай терт итеп уянды ла аҡырып иларға тотондо. Шашыуҙан сикә тамырҙары бына-бына шартларҙай булып бүртеп килеп сыҡҡан ҡатын балаһын карауатынан йолҡоп алды.
– Шым, тим, оло ауыҙ, атаңдарға оҡшап. – Бала күҙен алартып ҡына ҡараны ла тағы ярһырға кереште…
Унан ҡатын бәләкәсен Тәлғәтенә һондо.
– Мә, ҡара, бер минең генә баламдыр шул.
Хәҙер инде ир ҡулындағы бала илауы менән ҡоторған әсәнең алай ҙа былай тауыштары бергә ҡушылды. Уларҙың тауышынан тәҙрә быялалары земберләп торҙо.
– Шул инде, хәҙер кеше булдың бит, миңә өйләнгәнсе ҡатып-шытып йөрөгәнеңде онотҡанһың! Кейергә алмаш кейемең дә юҡ ине бит. Абау, ғибрәт, кемдең кеме миңә нимә тип торған була, ғәрләнеп үлерһең. – Бындай «ҡаты эштән» һуң сарсап киткән Өммөгөл һыу алып эскән шәшкеһен йән асыуынан иҙәнгә сәсрәтә атып бәрҙе.
– Шайлы кеше ни, нәҫелегеҙҙә йүнле кеше бармы, исмаһам, йыйын һепертке, аснәҡәттәр. Әсәйем, бөтә нәҫеле менән тауыҡ мейеһе эскәндәр, тип бик дөрөҫ әйткән икән. Ә мин иҫәр, артымдан бер тотам ҡалмай йөрөгәс ни, һине, һеләгәйҙе, йәлләп кенә сыҡтым бит.
– Туҡта, тим, сәсрәгер нәмә, – тип донъя ярып ҡысҡырҙы ире. – Ауыҙыңды көрә һуҡҡанды көтәһеңме, ә?
– Ҡурҡытырға уйлайһыңмы, һинең кеүек аҡыш күҙҙән шөрләгән кеше бар, ти ҙә. – Өммөгөл иренә үҙенән дә яманыраҡ итеп ҡысҡырҙы. Унан түштәрен ҡаҡайтып, алдына килеп баҫты:
– Йә, һуҡ, һуҡ!
Өммөгөл, Тәлғәттең күҙҙәренә зәһәр ҡарап, тағы тытылдығын сыҡты.
– Анау Сабитыма сыҡһам, күптән әллә ҡайҙа ғына йәшәп ятыр инем. Ә уның ҡатыны байбисә кеүек йәшәй бына. Шуға шалҡан кеүек таҙа. Ә мин, йүнле тормош күрмәгәс, ҡаҡһөйәккә ҡалып бөттөм. Һин, хөрәсән, хатта тыуған көнөмдә лә бер бүләк алып бирә алғаның юҡ бит.
Бер сама асыуын сығарып алған ҡатын юлға йыйына башланы. Шарт та шорт бер шкафты япты, икенсеһен асты. Иҙән уртаһында күбәләй булып күлдәктәр, кофталар, пальтолар өйөлдө. Шулай ҙа оҡшаған кейем таба алманы. Инде асыуы йәнә алҡымына еткән ҡатын шапылдата шкафҡа типте.
– Һин эшкинмәгәнгә сығып ҡына башымды харап иттем. Анау Сабитыма сыҡһам, ебәккә генә төрөнөп ултырыр инем. Кеше араһына сығырҙай бер йүнле кейем дә юҡ бит, әҙәм ыстрамы! Үлгәнсе йүнле кейем төҫө күрә алмам инде…
Илауҙан арып-талып йоҡоға киткән малай, йәнә ҡото осоп уянып, бөтә донъяға яр һалды.
Бер аҙҙан улар юлда ҡот ҡойҙорорға китеп бара ине.