Үҙегеҙҙе яратаһығыҙмы?05.01.2013
(Тест)
1. Үҙегеҙҙе нисек бар, шулай яҡшы тояһығыҙмы? ("Эйе" — 5, "юҡ" — 0).
2. Һеҙҙе уңышһыҙлыҡтар һағалай тип иҫәпләйһегеҙме? ("Эйе" — 0, "юҡ" — 5).
3. Кеше фекеренә йыш ҡолаҡ һалаһығыҙмы? ("Эйе" — 0, "юҡ" — 5).
4. Һеҙҙең кеүек хәлдә ҡалған кешеләрҙең миҫалына күҙ һалаһығыҙмы? ("Эйе" — 0, "юҡ" — 5).
5. Үҙегеҙҙең алда һеҙҙе маҡтаһалар уңайһыҙланаһығыҙмы? ("Эйе" — 0, "юҡ" — 5).
6. Оҙаҡ ваҡыт яңғыҙлыҡҡа сыҙай алаһығыҙмы? ("Эйе" — 0, "юҡ" — 5).
7. Матди хәлегеҙ менән күңел тыныслығы араһында туранан-тура бәйләнеш һиҙәһегеҙме? ("Эйе" — 0, "юҡ" — 5).
8. Күңелегеҙҙә бына хәҙер ниндәйҙер насар нәмә булыр тигән хәүеф йыш тыуамы? ("Эйе" — 0, "юҡ" — 5).
9. Башҡаларға хис-тойғоғоҙҙо белдереү ҡыйынмы? ("Эйе" — 5, "юҡ" — 0).
10. Йәмәғәтселек фекеренә ҡаршы тора, йәғни башҡалар "ҡара" тигәнде "аҡ" тип әйтә алаһығыҙмы? ("Эйе" — 5, "юҡ" — 0).
Ә хәҙер йомғаҡлағыҙ.
35-тән 50-гә тиклем. Һеҙ үҙегеҙҙе яратаһығыҙ. Был тормошта уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә. Башҡаларҙың ыңғай яҡтарын баһалап, уңыштарына ҡыуаныу сифаты ла хас. Һеҙ кешегә кәрәкле булыуығыҙға, тормоштоң мәғәнәһенә ышанаһығыҙ.
15-тән 35-кә тиклем. Үҙегеҙҙе яратаһығыҙмы — быны әйтеүе ҡыйын. Был бер үк ваҡытта яҡшы ла, насар ҙа. Бер яҡтан, үҙегеҙҙең "бушаҡ" яғығыҙға күп иғтибар биреп, мөмкинлектәрҙән файҙаланмайһығыҙ. Икенсенән, һеҙҙә үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыу тигән сифат юҡ. Асыҡ, изге күңелле була алаһығыҙ, шулай уҡ, уҫал да, артыҡ аралашып бармаусан да була беләһегеҙ.
0-дән 15 мәрәйгә тиклем. Һеҙ, күрәһең, үҙегеҙҙе бөтөнләй яратмайһығыҙ, хатта күрә алмаған минуттарығыҙ ҙа була. Гел генә бына-бына ниндәйҙер ҡурҡыныс хәл булыр кеүек тойола. Шул рәүешле, алдан уҡ күңелһеҙ хәлдәргә әҙерләнеп, уларҙы тартып тораһығыҙ. Ныҡлы уйланырға һәм быйыл тормошоғоҙҙо ла, үҙегеҙҙе лә үҙгәртергә кәрәк.