Ағыуы... файҙалы05.01.2013
Ағыуы... файҙалыТелевизорҙан тапшырыу бара. Бер ҡатын көршәккә һалынған күҙлекле йылан (кобра) менән тамаша күрһәтә. Халыҡ күп йыйылған. Бына ул һыбыҙғыһын һыҙғырта башлай. Ә йылан, шуны ғына көткәндәй, «бейергә» керешмәһенме!

– Атай, атай, ҡара әле, йыланды музыкаға бейетәләр! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Айрат.
Марат ағай – мал табибы. Йәнлектәр, ҡош-ҡорт тураһында ҡыҙыҡлы китаптары күп уның. Шуғалырмы, белмәгәне юҡ. Ауылда «аяҡлы энциклопедия» тип йөрөтәләр үҙен.
– Кит, йүләр, юҡты һөйләйһең, – тине ул, йылмайып. – Белгең килһә, йыландарҙың ишетеү һәләте бөтөнләй үҫешмәгән. Уларҙың хатта ҡолаҡ тишеге лә, пәрҙәһе лә юҡ. Бары һыбыҙғының хәрәкәтен күреп кенә «бейей» ул.
– Ҡыҙыҡ икән, ишетмәгәс тә, улар аҙыҡты нисек таба? Тағы ла, йыландар ер тетрәүен дә алдан тоя, тиҙәр бит…
– Беләһеңме, улым, йыландар тауышты тәне менән тоя. Еҫте яҡшы һиҙә. Мәҫәлән, шалтырауыҡлы йылан, ҡара йыландар сысҡанды тешләгәс, тотоп тормай. Ә һуңынан үлгән табышын еҫе буйынса табыу бер ни тормай уларға. Белгестәр әйтеүенсә, йылан теле менән иң көслө тауыштарҙы «ишетә».
– Ә нисек күрә?
– Күҙҙәренең үткерлеге менән дә маҡтана алмай улар. Бик йыраҡ булмаған һәм хәрәкәтсән әйберҙәрҙе генә айыралар. Ә төндә ҡайһы берҙәре «йылылыҡ күҙҙәре» менән һиҙә. Ысын күҙ менән танау араһына урынлашҡан ике кескәй генә соҡор ул. Улар йоҡа ғына пәрҙә менән ҡапланған. Бына шулар йылылыҡты һиҙә. Ғәҙәттә, йылан төндә ерҙе тикшерә-тикшерә шыуыша. Йоҡлап ятҡан сысҡандан ун биш сантиметрҙа ер 0,003 градусҡа йылыраҡ була. Йыланға сысҡанды табыу өсөн шул етә.
– Атай, донъяла нисә төрлө йылан бар ул? – Айраттың ҡыҙыҡһыныуы артҡандан-арта барҙы.
– Ер йөҙөндә 2500-ҙән ашыу йылан төрө бар. Шуларҙың 410-ы ағыулы.
– Өләсәйем, аяғым һыҙлай тип, гел йылан дарыуы ыуасы. Шул, ысынлап та, йыландан эшләнгәнме ул?
– Йыландан түгел, ә йылан ағыуынан. Ул бик файҙалы. Мәҫәлән, быуындар һыҙлағанда, йөрәк, ҡурылдай быумаһы, тромб, эпилепсия менән сирләгәндә, бил ауыртҡанда, яман шешкә ҡаршы йылан ағыуынан әҙерләнгән дарыуҙарҙы ҡулланалар. Бының өсөн йыландарҙы махсус питомникта, фермала аҫрайҙар.
– Ҡайһы бер илдәрҙә йыландың итен дә ашайҙар тип ишеткәйнем.
– Эйе, эйе, йыландың ите лә бик тәмле, тиҙәр. Япондар, ҡытайҙар уны яратып ашай. Иң хөрмәтле ҡунаҡтарын йылан ите менән һыйлайҙар. Хатта йомортҡаларын да ашайҙар. Тиреһен дә ташламайҙар. Донъя баҙарына йыл һайын 12 миллион тонна йылан тиреһе сығарыла.
– Улай булғас, йыландың балаһы, ҡоштарҙыҡы кеүек, йомартҡанан сығамы ни? – Айраттың уларҙың йомортҡа һалыуы тураһында тәүгә ишетеүе ине. Аптырауҙан күҙе маңлайына менде.
– Шуны ла белмәйһеңме ни? – Марат ағай шелтәләгән кеүек ҡараны. — Китапты уҡыу түгел, тотоп та ҡарамайһың бит, белмәҫһең дә шул. Төрлө йыландар бар, – тип һүҙен дауам итте ул. – Ҡайһы берҙәре тере бала тыуҙырһа, икенселәре йомортҡа һала. Мәҫәлән, питон, туҙбаш, аспид кеүектәр йомортҡа һала, ә күпселек диңгеҙ йыландары, ҡара йылан тере бала тыуҙыра. Әлбиттә, ҡоштар кеүек оя баҫып ултырмайҙар. Уларҙы япраҡ, тиреҫ йәки ер менән ҡаплай ҙа китәләр. Шулай ҙа ҡайһы берҙәре йомортҡаларын уратып алып, дошмандарынан һаҡлап ята.
– Ә ниндәй йылан иң ҙуры?
– Анаконда менән питон. Уларҙың йыуанлығы анау телефон бағанаһы кеүек. Оҙонлоғо ун метрға етә. Анаконда хатта 200 килограмм тарта.
– Бигерәк ҡурҡыныстар. Әлдә үҙебеҙҙә ундай йыландар юҡ. Анаконда саҡһа, шунда уҡ үләһең дә ҡуяһың инде. – Айрат бер ҡатлы һорауҙарын яуҙырҙы ғына.
– Анаконда ағыуһыҙ быуар йыландар иҫәбенә инә. Тимәк, ул саҡмай. Ҡорбанын быуып үлтерә. Хатта леопард, крокодилды ла «һә» тигәнсе һығып, һоғоноп ҡуя. Кешеләргә ташланған осраҡтары ла бар.
– Йыландар күпселеген ҡайҙа йәшәй?
– Билдәле инде, экваторға яҡын һәм тропик илдәрҙә. Ә инде төньяҡҡа барған һайын, улар аҙая төшә.
– Ә оҙаҡ йәшәйҙәрме икән?
– Бер мәл террариумда йыландарҙың ғүмер оҙонлоғон һанап ҡарағандар. Ҡара, шалтырауыҡлы, күҙлекле йыландар – 14 – 26, ә анаконда менән Африка кобраһы 30 йылға тиклем йәшәгән…
Бер нисә көн үткәс Марат ағайҙарҙа ҡыҙыҡ хәл булды. Күмәкләшеп төшкө ашҡа ултырғайнылар. Бесәй уҫал ыҫылдағанға ҡараһалар, тупһала туҙбаш йылан ята. Ә бесәй, бында мин хужа, һин кәрәкмәйһең тигәндәй, уның юлын быуып тора.
Айрат йүгереп барып, йәмкә алып, йыланға киҙәнмәһенме!
– Моғайын, һин саҡҡанһыңдыр әле беҙҙең быҙауҙы!
– Бигерәк бер ҡатлыһың инде һин, улым, – тине Марат ағай.
– Ҡасан күргәнең бар туҙбаш йыландың саҡҡанын?! Бер йылан да беренсе башлап һөжүм итмәй.
– Эйе, итмәй… – Айрат ауыҙын бәлшәйтте. – Ана, былтыр еләк ашап йөрөгәндә Рөстәм ағайҙың ҡулын саҡҡайны…
– Ул, моғайын, яңылыш ҡойроғона баҫҡандыр. Ғәҙәттә, улар ауға төнөн йөрөй. Ә көндөҙ ҡояштан йәшеренеп, япраҡ аҫтында йәки ҡыуаҡлыҡ араһында ята. Абайламайынса өҫтөнә барып сыҡһаң, ташланыуы бар. Йыланды бер ваҡытта ла үлтерергә ашығырға ярамай. Уларҙың файҙаһы тураһында әле һөйләнем бит үҙеңә.


Вернуться назад