Беләһеңме?05.01.2013
Беләһеңме?Донъяла иң ағыулы йыландар – Австралия юлбарыҫ йыланы, тайпан, үлемесле йылан, Азия королева кобраһы, Африка мамбаһы, Америка шалтырауыҡлы йыланы.

Йыл һайын ағыулы йыландар тешләүенән донъяла 30 меңләп кеше үлә. Шуның иң күп өлөшө Бирмаға тура килә, икенсе урында – Һиндостан, өсөнсөлә – Шри-Ланка. Ә Европала бер нисә йылға бер кеше вафат була. Урта Азияла йылына 12 кеше йылан сағыуынан яҡты донъя менән хушлаша.

1895 йылда Париждың Пастер институтында йылан ағыуына ҡаршы тәүге сыворотка эшләнә. Хәҙер ул меңәрләгән кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.


Вернуться назад