Аҡ йылан29.12.2012
Аҡ йыланЯңы йылға йылан хужа тиеп
Хәүефләнә күрмә, эй, Кешем!
Ул өлөшһөҙ итмәҫ бәхеттәрҙән,
Арттырасаҡ ҡына дәрт-көсөң.

Аҡ йылан тип уға әкиәттә
Исем ҡушҡан халҡым борондан.
Аҡ йылан ул — йыландарға батша,
Һаҡлай илен барлыҡ ҡырғындан.

Аҡ йыландың эше, ғәмәлдәре
Аҡыл, фәлсәфәнән туҡылған.
Ышанайыҡ аҡыл аҡлығына —
Беҙ бит батыр, затлы тоҡомдан!

Ышанайыҡ хыял сафлығына,
Кешене бит өмөт йәшәтә.
Киләсәккә өмөт Тыуған ерҙе
Йәшеллеккә төрөп йәшәртә!

Йылдан-йылға үҫһен дәүләтебеҙ,
Һайрап торһон туған телебеҙ.
Милли көрәштәрҙә аҡ һөлгөнән
Биртенмәйәсәк, тим, билебеҙ.

Яңы йылға йылан хужа, тиеп
Хәүефләнә күрмә, эй, Кешем!
Ул өлөшһөҙ итмәҫ бәхеттәрҙән,
Арттырасаҡ ҡына дәрт-көсөң.


Вернуться назад