Бәлә-ҡаза иҫке йылда тороп ҡалһын29.12.2012
Башҡортостан Хөкүмәтендә Республиканың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһы ултырышы күңелле ваҡиғанан — "Эшләүсе әсәләр өсөн иң яҡшы предприятие" һәм "Яҡшыларҙың-яҡшыһы" тигән конкурстар еңеүселәрен бүләкләүҙән башланды. Был предприятиеларҙың ҡайһы берҙәрендә һигеҙәр мең кеше эшләүгә ҡарамаҫтан, һәр хеҙмәткәргә иғтибарлы ҡараш булдырылған, шуға ла производствола йәрәхәтләнеү һәм үлем осраҡтары теркәлмәгән.
Үкенескә ҡаршы, хеҙмәткәрҙең именлеге республикабыҙҙың барлыҡ ойошмаларында ла тейешле кимәлдә хәстәрләнә, хоҡуҡтар һанлана, тип әйтеп булмай. Башҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Андрей Цибизовтың белдереүенсә, быйылғы 11 айҙа, былтырғы менән сағыштырғанда, эш урынында ҡазаланыусылар кәмей төшкән: үлем осраҡтары дүртәүгә аҙайған һәм 76 кеше тәшкил иткән, ауыр йәрәхәт алғандар былтыр 203 булһа, быйыл — 172 кеше. Эшкәртеү сәнәғәте, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә, ауыл хужалығы ойошмалары кеше һаулығы һәм ғүмере өсөн айырыуса хәүефле булып сыҡҡан. Ҡазаға илткән сәбәптәрҙең йыш осрай торғандары — бейектән ҡолау; хәрәкәт итеүсе, тирә-яҡҡа сәсрәүсе, өйөрөлөүсе деталдәр һәм машиналар менән эш итеү; ҡорамалдарҙың емерелеүе, ауыр әйберҙәрҙең ҡолап төшөүе, ер убылыуы һәм юл хәрәкәте ваҡиғаларына тарыу.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова эшләүсе әсәләрҙең хоҡуҡтары боҙолоуына баҫым яһаны.
— Был бигерәк тә бәләкәй бизнес предприятиеларына ҡағыла, — тине ул һәм хеҙмәткәрҙәрен яҡламаған намыҫһыҙ предприятиеларҙан "ҡара исемлек" төҙөргә, эшләүсе әсәләрҙең ялыуын тиҙ арала тикшереү системаһын булдырырға тәҡдим итте.