Район үҙәгендә йәшәп, төбәк халҡын умартасылыҡтың кәрәк-ярағы менән тәьмин иткән Таһир Дәүләтгәрәевте баҡсаһында тап иттек. Ҡапҡаһын асып ингәнде шәйләмәне лә шикелле. Умарталарын тәртипкә килтерә ине: тигеҙ генә итеп рәткә теҙгән, һәр береһен ҡар менән күмә, төптәрен тығыҙлай, кейәләрен тикшерә, ҡапҡастарын ҡарҙан таҙарта. Умартасы эшенә шул тиклем мөкиббән киткән, хатта эргәһенә яҡынламайынса боролоп та ҡараманы беҙгә.
– Кешенең күп килеүенә күнгәнмен, үҙҙәре һүҙ ҡушмайынса әйләнеп ҡарамайым, – тип һөйләне аҙаҡ Таһир олатай. – Шунда уҡ иғтибар итмәүемә үпкәләмәгеҙ инде. Әҙәм балалары араһында тыныс холоҡлолар була бит. Эргәһендә генә пушканан атһалар ҙа тертләмәҫ, сәбәләнмәҫ, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Мин дә шулай. Уның ҡарауы, үҙемдең эшемде белеп башҡарам, маҡсатым билдәле. Ваҡ-төйәк мәшәҡәтте тамамларға кәрәк. Киләһе йыл да ҡортсолоҡто үҫтерергә иҫәбем юҡ түгел. Әйткәндәй, кемдер ҡышҡылыҡҡа умарта күсен баҙға күсерә, ә мин, киреһенсә, баҡсала ҡалдырыу яғындамын, йыл да шулай итәм. Сыныҡҡандар, бирешмәйҙәр. Ике тиҫтәнән ашыу умарта күсе тотам. Ғөмүмән, умарталығым бынамын тигән. Өйөмдән кеше өҙөлмәй, берәүҙәр кәңәш-төңәшкә мохтаж, кемгәлер бүтән төрлө ярҙам кәрәк. "Йылы ергә йылан да эйәләшә" тигәндәре шулдыр, бәлки.
Минән ырымға йәки арбауға ышаныу-ышанмауым тураһында һорашалар. Тиҙҙән Йылан йылына аяҡ баҫыуыбыҙ хаҡында кинәйәләп һорауҙары инде, аңлап торам. Имеш, булмышым буйынса мин уға тап киләмме? Әллә ни ышанып та бармайым, шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер сихри көстөң барлығын да инҡар итмәйем.
Йыланды аҡыллылар рәтенә индерәләр. Минеңсә, әҙәм балаһы йәшәй-йәшәй тәжрибә туплай. Һикһән өс йәшең менән барғанда аҡыллы булмай ҡара! Ни тиһәң дә, донъя күргән кешемен бит. Ғүмер буйы хужалыҡта тир түктем, ауыл хакимиәте башлығы йөгөн дә тарттым. Ҡатыным Фәниә Ҡаһир ҡыҙы менән ике балаға ғүмер бирҙек.