Яңы ҡанундар тормошто көйләй29.12.2012
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай өсөн 2012 йыл емешле булды. Республикабыҙҙың үҫеш йүнәлештәрен көйләрҙәй, халыҡтың йәшәйешенә йән өрөрҙәй бихисап закондар ҡабул ителде, күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерелде.
Мәрхәмәтлелек эшмәкәрлеге хаҡындағы закон, заман талабы булараҡ, йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Яңы документтың төп өҫтөнлөгө – һуғыш ветерандарына, инвалидтарға һәм башҡа мохтаждарға, шулай уҡ мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт ойошмаларына, балалар һәм йәштәр ижтимағи берекмәләренә, фән, сәнғәт әһелдәренә, талантлы йәштәргә адреслы ярҙам күрһәтеүҙә. Йәнә хәйриә менән шөғөлләнеүселәр өсөн һалым түләүҙә ташламалар биреү, уларҙы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларына тәҡдим итеү – ҡыуаныслы күренеш.
Өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән, шулай уҡ инвалид сабыйы булған ғаиләләргә ер биреүҙе көйләүгә йүнәлтелгән законға ла асыҡлыҡ индерелде.
Башҡортостан халҡына бушлай юридик ярҙам күрһәтеү тураһындағы законда ялыу, ғариза һәм башҡа хоҡуҡи документтарҙы тултырғанда, судтарҙа, дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, ойошмаларҙа халыҡтың мәнфәғәтен яҡлау йәһәтенән түләүһеҙ ярҙамға хоҡуҡлы категориялар билдәләнде. Алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән закон проекттары ла ҡыҙыҡһыныу уятҡан темаларҙың береһе ине. Хәҙер, яңы законға ярашлы, теге йәки был проблемалы йортто сафҡа индереү йөкләмәһен үтәгән төҙөүселәргә ошо объектты һалып бөткәндән һуң ер участкаһын бушлай алыу хоҡуғы биреләсәк. Торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы законға үҙгәрештәр индереүҙе лә алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән уңышлы аҙым тип баһаларға кәрәк.
Быларҙан тыш, Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы буйынса вәкил вазифаһы раҫланды.
Республиканың юл фонды хаҡындағы законына үҙгәрештәр индереүҙең һөҙөмтәһен бөгөн күрәбеҙ. Юл фонды аҡсалары күп ҡатлы йорттар ихаталарын, уларға илтеүсе юлдарҙы ремонтлауға тотонола.
Район, ҡала бюджеттарына айырым һалымдарҙың, бүлемдәрҙең берҙәм нормативын билдәләү тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү муниципаль берәмектәрҙең иҡтисади базаһын, финанс үҙаллылығын нығытыуға этәргес бирҙе.