Сәнғәттең һоҡланғыс төрө — бейеүҙе мөкиббән яратҡан, уны йәшәү булмышы итеп алған Нурсилә Фәхретдинова хаҡында һүҙем.
Нурсилә – Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан. Йыр-моңға, бейеүгә һөйөү ғаиләлә һалына уға. “Үҙемде белә башлағандан бирле бейейем”, — ти Нурсилә. Ауылда үткәрелгән төрлө байрам, хатта туй тантаналары ла бәләкәй “әртис”һеҙ үтмәй. Ныҡышмал, теремек ҡыҙ бөтөнөһөнә өлгөрә: Ҡөрьән аяттары һәм сүрәләр уҡый, ҡобайыр башҡарыу буйынса район конкурстарында тәүге урындарҙы яулай, еңел атлетикала ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә, “Сулпылар” телевизион конкурсында II урынды яулай.
Нурсилә, туған мәктәбенән һуң Республика иҡтисад лицей-интернатында белем алғас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Туған тел, милләттең киләсәгенә битараф булмаған, йыр-моңға, матурлыҡҡа ғашиҡ һәләтле йәштәр килә бында. Күпме быуын педагогтарын, тел һәм әҙәбиәт белгестәрен, фән докторҙарын, сәхнә әһелдәрен әҙерләгән факультетыбыҙҙа уҡыуы — үҙе бер бәхет.
— Моңдаштарым, рухташтарым менән бергә белем алыуыма сикһеҙ һөйөнәм, — ти Нурсилә Фәхретдинова. — Уҡытыусыларымдан да уңдым. Луиза Сәмситова, Рәшит Шәкүр, Әхмәт Сөләймәнов, Миңһылыу Усманова, Зөләйха Хәбибуллина, Винер Шәйәхмәтов белем генә түгел, тормош һабаҡтары ла бирә.
Беренсе курста уҡып йөрөгән сағында Нурсилә “Байыҡ” телевизион бәйгеһендә гран-при яулай. “Был конкурстан һуң бейеүҙең йәшәүем мәғәнәһе, һулар һауам икәненә шигем ҡалманы. Донъя кимәлендә танылыу яулаған яҡташым Рәшиҙә Туйсина, шулай уҡ Рудольф Нуриев, Риф Ғәбитов, Сулпан Асҡарованың ижадын яратып өйрәнәм, фәһем алам”, — ти ул.
Нурсилә, уҡыу йорто тормошонда ҡайнап йәшәүҙән тыш, Баймаҡ йәштәре берлеге сараларына бейеү һалыу менән дә ихлас шөғөлләнә. Спорт, хип-хоп стилендәге бейеүҙәрҙе оҫта башҡарыусы булараҡ та танылыу тапты. Нурсиләнең үҙ ансамбле булыуы, йәштәрҙең әле үк үҙ тамашасыһын табыуы күп нәмә хаҡында һөйләй.
Өлгөр, дәртле ҡыҙҙы һәр ерҙә яраталар, хөрмәт итәләр. Үҙе лә кешеләргә ихтирамлы, иғтибарлы, ярҙам күрһәтергә ашҡынып тора. Күптән түгел ғүмеренең тағы ла бер бәхетле мәлен кисерҙе ул: Башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситованың тәҡдиме менән Татарстанда ойошторолған бейеү фестивалендә ҡатнашып, дипломға лайыҡ булды.
Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, иплелеге, тыйнаҡлығы, инсафлығы менән айырылып тора башҡорт ҡыҙҙары. Шул уҡ ваҡытта сая, көслө рухлы, маҡсатлы ла улар. Тап шундай сифаттарға эйә Нурсиләгә артабан да уңыштар юлдаш булһын.
Әлиә ХӘСӘНОВА,
БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенты.
Өфө ҡалаһы.