Хөрмәтле ветерандар һәм пенсионерҙар!29.12.2012
Һеҙҙе ысын күңелдән Яңы 2013 йыл — ҙур өмөт-хыялдар йылы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Уҙған осорға йомғаҡ яһағанда оло быуындың тыуған республикабыҙ ҡаҙаныштарына һәм тотош илдең иҡтисади, мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индереүен билдәләргә кәрәк.
Пенсионерҙарҙы айырым категорияларын социаль яҡлауҙың бер аҙ яҡшыртылыуына ҡарамаҫтан, илдә оло быуындың тормошон еңеләйтеүгә бәйле проблемалар байтаҡ әле.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы яҡынлаша. Беҙҙең изге бурыс — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, тыл эшсәндәрен, яугирҙәрҙең тол ҡатындарын иғтибар менән солғау, ХХ быуаттың мөһим ваҡиғаһы булған Еңеүҙең юбилейын байрам итеүгә әүҙем әҙерләнеү.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, ветерандар хәрәкәтен нығытыуҙа уңыштар теләйбеҙ.
Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика Советы.