Ҡәҙерле дуҫтар, яҡташтар!29.12.2012
Тағы ла бер йыл тамамланып килә. Берәүҙәр өсөн — ҡатмарлы, икенселәр өсөн еңел һәм шатлыҡлы булғандыр ул. Әле беҙ генә түгел, шулай уҡ ҙур илебеҙ — берҙәм Рәсәй, бөтә донъя йомғаҡ яһай.

Ошо ваҡыт эсендә башҡарылған эштәр ҙә, кисерештәр ҙә байтаҡ булды. Балалар баҡсаһы, дауахана, юлдар һалыу буйынса партия проекттары, "500 ферма", "Ауыл табибы", "Һаулыҡ" һәм башҡа программалар тормошҡа ашырылды.
Йыл аҙағында ғына өр-яңы "Яҡташтар" проектын ғәмәлгә индерҙек. Ул республика халҡында хуплау тапты. Бөгөн һәр кемдең йәнтөйәкте, уның тарихын һәм мәҙәниәтен белергә тейешлеген тәрәнерәк аңлайбыҙ. Бай мираҫыбыҙ яҡташтарыбыҙҙың ижады, хеҙмәте, һөйөүе, ихтирамы, изгелеге ярҙамында тупланған.
Кешенең тамырҙары — уның шәжәрәһе тарихында. Һәр кем нәҫел ебе менән атайсалына бәйләнгән. Тыуған яҡ тарихының үҙенә генә хас йөҙө бар. Шуға күрә күңел йомартлығын йәлләмәйенсә балаларға аң-белем таратҡан, уңыш йыйған, йорттар һалған, тән сихәте биргән, поэмалар ижад иткән, боронғоларҙың аҡыл ҡеүәһен һаҡлаған, сит кешенең именлеге хаҡына ғүмерен аямаған кешеләрҙе белеү, уларҙың яҡты иҫтәлеген онотмау бик мөһим. Беҙгә оло быуындың тарихи, мәҙәни һәм рухи мираҫын һаҡларға кәрәк, сөнки көсөбөҙ — шунда!
Яңы йылға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Барыһы ла һау-сәләмәт, бәхетле һәм һөйөклө булырға, мул тормошта йәшәргә теләй. Был — тәбиғи. Бөтә теләктәр тормошҡа ашһын!
Берҙәм Рәсәй — илебеҙ граждандары, тотош еребеҙ ул! Беҙ бергә — көс-ҡеүәт. Берҙәм булһаҡ ҡына барлыҡ хыялдарыбыҙ тормошҡа ашасаҡ.
Бөтәгеҙҙе лә Яңы йыл менән ҡотлайым! Теләктәрегеҙ, ниәттәрегеҙ, изге башланғыстарығыҙ, өмөт-хыялдарығыҙ ысынбарлыҡҡа әүерелһен, һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек юлдаш булһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныс, һөйөү менән үтһен. Яңы йыл менән! Бәхетле булығыҙ!


Вернуться назад