Ғүмер буйы оҙата килә...29.12.2012
Йыландар кемгәлер тәбиғи йән эйәләре булараҡ осраһа, кемгәлер — күсмә мәғәнәлә. Моғайын, икенсеһе өҫтөнлөк итәлер. Ирҙәрҙе ул — ҡатын-ҡыҙ, ҡатындарҙы ир аҡтыҡтары сүрәтендә "саға", берәүҙәр ағыу сәскән аҫтыртындарҙан яфа сигә, икенселәр ғәйбәтселәр ҡорбанына әйләнә.
Ҡайһы бер боронғо башҡорт ырыуҙары йыланға табынған, башҡа төрки халыҡтарҙа ла изге һаналған был йән эйәһе. Бәғзеләрендә ер аҫты байлығы һаҡсыһы булһа, бүтәндәрҙә тау хужабикәһенә тиңләнә. Ниндәй генә ҡиәфәттә, зат рәүешендә бәйән ителмәһен, алда телгә алғанса, йылан кеше тормошонда йыш осрай, тәбиғәттең башҡа йән эйәләре һымаҡ уҡ, ғүмеребеҙҙең хәл-ваҡиғаларына үрелеп, ҡушылып оҙата килә. Һис юғында — мөсәл булараҡ...
Йылан яғынан минең бәхет бар. Әсә ҡарынын ярып, һәр сабый һымаҡ уҡ, иң тәүҙә бар донъяға: "Би-ир!" — тип оран һалғас та, Аждаһа йылында тыуған ете айлыҡ ҡына бәпәйҙе "Йылан"ға күсереп ҡуйғандар. Атай-әсәй, исмаһам, дәкүминттә булһа ла йәше тыуыр ваҡытына тура килһен тигәндер инде. Бәхет-һаулыҡ теләп, йыландай тормошҡа яраҡлашһын, тиеүҙәре лә шулдыр. Хәйер, йылдарҙы сысҡан, аждаһа һәм башҡаға бүлеү яңы китте бит, бынан ярты быуат элек йондоҙнамә һымаҡ нәмәләрҙе "әкиәт"кә тиңләй торған булғандар. Бына шулай, ике-өс быуындың хәтеренән алып ташланып, ун ике мөсәл тормошҡа килеп ингәс, өс башлы Аждаһа йылында тыуғанымды белдем. Һуңынан инде, яңыса әйткәндә, "ҡулайлаштырыу" арҡаһында аждаһаның ике башы "ҡыҫҡарып", төп ҡағыҙҙа "йылан"ға тороп ҡалғанмын.
Ә күсмә мәғәнәләге, йәғни әҙәм ҡиәфәтле, "йыландар" осрап тора былай. Уларҙың юхалыҡтарына алданған, төп башына ултырған саҡтар ҙа күп булды. Саҡҡандары ла етерлек. Күнегелгән. Ағыу ҙа бит, яраға яраштырып һөртә белһәң, дауалай. Шуға күп ағыуҙы дарыу булараҡ ҡабул итергә өйрәнгән баш.
Йылан образы күңелгә өләсәйем һөйләгән хәл аша ла һеңгән. Йәш сағында ул һыуҙан ҡайтып килгән юлында йыландың тәлмәрйен ҡапҡанын күргән. Әжәленә табан был мәхлүк яй ғына, әле бер аяғын күсереп, һуңыраҡ икенсеһен өҫтөрәп алып, шыуышып тигәндәй китеп бара икән. Килеп еткәндә генә тегенең ауыҙы ҙур итеп асылған да тәлмәрйен үҙе үк эсенә инеп киткән. "Баҡаны йылан ауыҙынан алған кеше бәхетле була", — тигәйне өләсәйем. Кем уйлаған инде тәҡдир шул тип: журналист булғас, байтаҡтарҙы ҡурсаларға тура килде. Аллаға шөкөр, бәхетлемен, тим. Ләкин өләсәйҙең әйткән һүҙҙәренең асылын, тормош хәҡиҡәтен һуңыраҡ аңланым: йыландың ауыҙынан ҡорбанын алған саҡта үҙең нығыраҡ сағылаһың икән. Берәүҙәрҙе алыштырып, икенселәре үҙҙәре яй ғына "йылан" ауыҙына инә бара.
Шулай ҙа тормошта изге йыландар күп. Туҙбаш тип аталғаны беҙҙең өй нигеҙендә йәшәй. Үлтерергә ярамай тип өйрәттеләр бала саҡтан. Имеш, өй эйәһе йылан сүрәтендә йөрөй икән. Нисек кенә булмаһын, йәшәһен. "Хәҙер туҙбаштар ҡара йылан менән ҡушылған, ҡурҡыныс", — тип әйтеүселәр ҙә бар. Белмәйем, тәбиғәт яратҡан нәмәләр хаҡында алама уйлап өйрәнелмәгән. Әйткәндәй, туҙбаштар ҡайһы йылды күбәйеп китә, ҡайһы ваҡыт күренмәй ҙә тиерлек. Сәбәбе, моғайын, терпеләлер. Баҡсаға "энәле йомғаҡтар" эйәләшкәйне — һөйрәлеүселәр юҡҡа сыҡты, терпеләр күренмәй башлағайны — тағы пәйҙә булдылар.
Бер йәйҙә иртән галош кейәйем тиһәм, ҡот алынды: эсендә — йылан! Йәне юҡ һымаҡ. Яралы. Терпе менән алышҡандыр, бахырың. Аҙбар эргәһенә алып барып, тиреҫкә һалдым. Башын борғолап, яй ғына шыуышып китте. Саҡ һөйрәлә ине. Үлемдән йәшеренгән галошына рәхмәт әйткәндәй, терпеләрҙән алыҫтараҡ һыйыныуына шатланғандай тойолдо. Мин иһә күңелдә йәшәгән изге йыландарҙы иҫкә төшөрҙөм: "Йорт-ҡаралты хужаһы булһаң, ташлап китмә..." Йылан йылын ҡаршылағанда ла теләк шул: изгелегеңдән ташлама, йорт-ил хужаһы!