Яңы йылды ҡайҙа, нисек ҡаршылайһығыҙ?29.12.2012
Ноғман МУСИН, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
— Байрамды ғаиләм менән үткәрәм. Хәҙер инде ҡунаҡтан ҡунаҡҡа йөрөшөү заманы артта ҡалды. Булған бит йәш, дәртле саҡтар! Ҡәләмдәштәрҙе, дуҫтарҙы йыйып, ял ваҡытын бергәләп уҙғара инек. Ул иптәштәрҙе яҡты хәтирәләр менән иҫкә алаһы ғына ҡалды, күптәре арабыҙҙан китеп барҙы. Ана шулай ул тормош: теләһәң дә, теләмәһәң дә, олоғайғас, үткәндәрҙе барлап йәшәйһең. Бер аҙ моңһоу ҙа булып китә.
Яңы йыл кисәһендә үткәндәремә байҡау яһап, һәммәһен дә хәтергә алып ултырырмын әле.
Флүрә КИЛДЕЙӘРОВА, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы:
— Байрамды ҡаршыларға атайым янына ауылға ҡайтырға йыйынам. Яңы йыл бүләкһеҙ үтмәй бит инде, шуға ла, ейәнемде ҡотлап, шыршы төбөнә берәй уйынсыҡ һалам. Туғандарымдың да күңелен күтәрергә иҫәп тотам.
Яңы йылда табынды мул итеп әҙерләмәксемен. Әйтәләр бит: йылды нисек ҡаршылаһаң, ул шулай үтә. Бәләкәй саҡтан шулай йырлап, бейеп, туйғансы күңел асып байрам итергә күнеккәнбеҙ. Быйыл да Яңы йылдың шулай үтәсәгенә шикләнмәйем.
Сәлиә МӘХМҮТОВА, Белорет районының Абҙаҡ ауылы китапханасыһы:
— Яңы йылды һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Байрам хөрмәтенә кинәнеп табын әҙерләйем, мотлаҡ итле аш бешерәм. Минеңсә, был көндәрҙә хәмергә өҫтөнлөк бирергә ярамай. Күпселек осраҡта шул күпләп эсеүҙән күңелһеҙ осраҡтар килеп тыуа ла инде.
Яңы йыл кисәһе — үҙе бер мөғжизәүи мәл. Беҙ иң тәүҙә өйҙә ултырабыҙ, һуңынан туған-тыумасаны йөрөп ҡотлап сығабыҙ. Был төндә бер-беребеҙҙең йортона изге теләктәр менән ишек шаҡыуҙы күркәм йола тип иҫәпләйбеҙ.
Азат БДУ студенты:МОНАСИПОВ,
— Ниһайәт, йылдың иң сағыу байрамы ла яҡынлашып килә. Һис шикһеҙ, уны тыуған ауылымда ҡаршылайым. Ни тиһәң дә, сентябрҙән бирле яҡындарымды күргәнем юҡ. Ата-әсәм дә, ҡустым да минең ҡайтыуымды көтә. Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалғанда, ҡала магазиндарында йөрөп, һәр кеменең күңеленә хуш килерлек бүләктәр һайлайым. Был байрам беҙҙең туғандар өсөн икеләтә шатлыҡлы, сөнки 1 ғинуарҙа инәйем, Ишембай районының Маҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы Рәшиҙә Мөхйәнова алтын юбилейын билдәләй. Уны ҡотларға әҙерләнеп йөрөйөм.