Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡы ат көсөнән һирәк файҙалана башланы. Малҡайҙарҙың һаны ла ҡырҡа кәмене. Аттарҙы хәҙер башлыса ауыл араһында, күбә тарттырғанда йәки башҡа ваҡ-төйәк эштә генә ҡулланалар. Ә бит ваҡытында ат крәҫтиәндең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы ине. Хәҙер, киреһенсә, атты эшкә түгел, ашҡа ғына аҫраусылар күп.
Фермер хужалыҡтары үҫеш алған хәҙерге заманда йылҡы көтөүенең ишле булыуы талап ителә. Фермер булмаған хәлдә лә, ауылда был кәсепте тергеҙеү ниәтенән янып йөрөүселәр етерлек. Әммә дәрт бар ҙа, дарман юҡ — ниәттәр планда ғына тороп ҡала. Ә бит уйлап ҡараһаң, яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтар юғары заманда йөк ташыу өсөн иң арзаны ат түгелме ни?
Бер һүҙ менән әйткәндә, бөгөн ат ауыл ерендә һис ҡасан булмағанса кәрәк. Әлбиттә, уның ярҙамын Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда эшләгәндәр ҙә ныҡ тойҙо. Ҡыҫҡаһы, эйәр өҫтөндәге ир йәйәүле түгел инде. Кем белә, бәлки, киләсәктә ауылдарҙа йылҡы малының һаны ҡырҡа артыр. Шуныһы: хәҙер ат булмағас, ауылдарҙа һабан, ат тырмалары ла юҡҡа сығып бара. Бәлки, ҡул аҫтында һабаны булһа, крәҫтиән баҡсаһын һөрөү, картуф ултыртыу өсөн трактор бушағанын көтөп тә йөрөмәҫ ине. Бынан тыш, халыҡта йылҡы малы күбәйһә, ат егеү кәрәк-яраҡтарына ла һорау артыр, һөҙөмтәлә оҫталарға эш табылыр, аҡсаһы килер. Кемдер, бәлки, арба, дуға, тәгәрмәс кеүек кәрәк-яраҡ эшләү буйынса кәсеп асып ебәрер ине. Миҫал өсөн, Әлшәй районының Чайкин ауылындағы ҡураларҙа йөҙләгән ҡымыҙ бейәһе аҫрала һәм, миҙгел еткәс, ҡымыҙ әҙерләнеп, “Шафран” шифаханаһына ғына түгел, күрше ауылдарға ла оҙатыла ине. Ә хәҙер айырым хужалыҡтарҙа ғына 6-7-шәр бейә һауып ҡымыҙ яһайҙар. Ҡыҫҡаһы, ат егергә онотмайыҡ, тип әйтке килә. Бынан отасаҡбыҙ ғына.
Солтан ҒӘЛИЕВ.
Әлшәй районы.