Ҡотлайбыҙ!29.12.2012
Ҡотлайбыҙ!Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле туғаныбыҙ Фәтҡуллина Фәйрүзә Рәхмәтулла ҡыҙын матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Оло йөрәкле апайыбыҙҙы хәстәрлекле, ярҙамсыл, изге күңелле, өлгөлө булғаны өсөн, тормош юлында осраған ауырлыҡтарға һынмай-бөгөлмәй, күңеле саф булып ҡалғаны өсөн яратабыҙ. Апайымдың уңғанлығына, бөтмөрлөгөнә һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Киләсәктә лә, апай, һиңә эштәреңдең гел уң булыуын, теләктәреңдең барыһы ла тормошҡа ашыуын, тыуаһы таңдарыңдың тик шатлыҡҡа төрөнөүен теләйбеҙ. Йән тыныслығы ташламаһын, күңел байлығы кәмемәһен, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә, туғандарыңа терәк-таяныс, кәңәшсе булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.

Өр-яңы йыл бәхет алып килһен,
Урының булһын түрҙә.
Күңелеңдән шатлыҡ нуры
Китмәһен, апай, бер ҙә!

Иң изге теләктәр менән туғандарың.


Вернуться назад