Зауыҡ менән кейен!29.12.2012
Мәғлүм булыуынса, йылан тиреһен даими алмаштыра. Бик үҙенсәлекле йән эйәһе ул. Шуға күрә уға ярашлы кейенеү ҙә кәрәк.

Яңы йылды иҫке кейемдә ҡаршыламағыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙың ялтырауыҡлы, күрмәлекле кейем-һалымды һайлауы яҡшы. Әлбиттә, затлылығы, ҡиммәтлелеге мотлаҡ түгел. Иң мөһиме — килешле, матур һәм зауыҡлы күренһен.
Ир-атҡа бер нисә төр туҡыманан тегелгән йәки бәйләнгән (йөн свитер йәки джинсы булған хәлдә лә) кейем тәҡдим ителә. Аксессуар менән байытыу ҙа зарур. Фасонын үҙегеҙ һайлай алаһығыҙ. Иң мөһиме — төҫ.
Йылан затлы таштар ярата (бигерәк тә быуындан-быуынға күсә килгәндәрен). Мөмкинлегегеҙгә ҡарап, йылан формаһындағы беләҙек тә тағығыҙ. Аяҡ кейеменә лә иғтибар бүлегеҙ. Йыл хакимын йылан тиреһенә оҡшаш материалдан тегелгән (йәки ҡара тиренән, замшанан) туфли ҙә һөйөндөрә.


Вернуться назад