ЙЫЛАН ЙЫЛЫ29.12.2012
Иҫкә килеп төштө Нух заманы:
Бөтә донъя һыу аҫтында булған.
Нух кәмәһен сысҡан кимереп тишкәс,
Ҡойроҡ тығып ҡотҡарған, ти, йылан...
Тишкеләнеп бөттө ил кәмәһе, —
Кимерә уны һаман төрлө ҡомаҡ.
Ҡеүәтле бер тулҡын килеп бәрһә,
Даръя төптәренә китер һымаҡ.
Аҙым һайын бәлә һағалап тора:
Янғындары сыға, һыуҙар баҫа...
Һәләкәткә тарыған кәмәләрҙе
Иң беренсе ҡомаҡ ташлап ҡаса...
Тишектәрҙе нисек ямарға һуң?
Ә шулай ҙа йәндә өмөт тулы:
Бер етербеҙ бәхет утрауына –
Ҡойроғоңдо тыҡсы, Йылан йылы!