Тауышты йәнем менән тоям29.12.2012
Тауышты йәнем менән тоямРишат РӘХИМОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының, шулай уҡ сәнғәт академияһының ҡурай класы уҡытыусыһы:

— Йылан еҫте яҡшы һиҙә, шуға ла табышын эләктереү уға бер ни тормай, тиҙәр. Йәнә тауышты йәне менән тоя, тип тә әйтәләр. Йылан йылында тыуғанғамы, миңә лә ошондай сифаттар хас. Ҡырҡ йылға яҡын уҡытыусы булып эшләп, быға ҡат-ҡат инандым. Бер ваҡыт, йәйге имтихандар мәлендә, училищеға килһәм, коридорҙа атаһы менән бер үҫмер кәйефһеҙ генә тора. Ейәнсуранан килгәндәр. Егеттең исем-шәрифе – Рәсүл Ҡарабулатов. Хәлдәрен һораштым. Баҡһаң, әлегә иртәрәк тип уны йыр бүлегенә ҡабул итмәгәндәр. Ҡурайҙа һыҙғырта ла белмәгән егетте үҙемә алырға булдым. Унан киләсәктә бына тигән сәнғәт кешеһе сығасағын тойоп, яңылышманым.
Талантлы йырсы булараҡ танылған Филүс Ҡалмырҙин да ҡурайсы булыу ниәте менән килгәйне. Тауышын ишеткәс тә уның йыр бүлегендә уҡырға тейешлеген аңланым…
Йылан сабыр, түҙемле була, тиҙәр. Миндә лә ошондай сифаттар бар. Ҡурай класы кәрәкмәй тип, ҡырҡ һылтау табып, уны ябырға маташҡан, хатта эш хаҡы түләнмәгән саҡта ла бөгөлөп төшмәнем.


Вернуться назад