Күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшәһе бар әле29.12.2012
Йыландың яманаты таралған инде ул. Мәкерле кешеләр хаҡында "ҡуйынында йылан йөрөтә", ғәйбәтселәргә иһә "ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә ишетә", әсе теллеләргә "йылан тел" тиҙәр. Хәйер, был йән эйәһенән шөрләмәгән кеше һирәктер. Һәр хәлдә юлыңда йылан осраһа, йөрәк жыу итеп ҡала...
Шул тиклем ҡурҡыныс затмы икән ни йылан? Бөгөн уның үҙе менән әңгәмәләшергә йөрьәт иттек.
— Йылан ағай, дөрөҫөн әйтәм, һинән үҙем дә шыртлайым әле...
— Белмәйем, ниңә улайҙыр? Кешегә зыяным тейгәне юҡ минең: шыуышып ҡына йөрөйөм, зарарлы ҡоротҡостарҙы юҡ итәм...
— Уныһы шулай. Ә бына...
— Ағыуың, тимәксеһеңме?! Шул ағыуымдан дарыу яһағандарын онотма. Ағыу, имеш... Бәғзе кешеләр минән дә яманыраҡ сағыусан...
— Ярай, ярай, ҡыҙма, Йылан ағай. Улайһа, иҫеңә төшөрәйем: 1905 йыл. Хәтерләнеңме?
— Беренсе Рәсәй революцияһы тиһең инде.
— Эйе, "Ҡанлы йәкшәмбе"нән башланған.
— Булды ундай хәлдәр. Ярлыларҙың иҙелеп йәшәүенә йөрәгем түҙмәне, халыҡты ҡорал алырға мәжбүр иттем.
— Аңлашыла. Тимәк, 1917 йылда ла шул ниәттән...
— Әлбиттә! Хәҙер яманлаһағыҙ ҙа, 1917 йылдың емештәрен аҙ татыманығыҙ. Уларҙы бөгөн бармаҡ бөгөп һанап тороуҙан фәтүә юҡ. Хәйер, күптәрегеҙ әле лә һағынып иҫкә ала.
— Йылан ағай, һине рәнйеткем килмәй. Шулай ҙа һорамай сарам юҡ: ә бына 1941 йыл өсөн нисек яуап бирмәксеһең?
— Аҡланмайым да, борғоланмайым да, ләкин ғәйепте минән генә эҙләү дөрөҫ булмаҫ. Иблисте кеше тәхеткә үҙе күтәрҙе һәм уның ҡотҡоһона бирелде.
Эй, әҙәм балаһы, йыл артынан йыл килер, әммә Йылан йылында үҙегеҙ йыланланмағыҙ, Маймыл йылында маймылланмағыҙ, Ҡуй йылында — һарыҡ, Ҡуян йылында — ҡуян, Сысҡан йылында кимереүсе ҡиәфәтен алмағыҙ. Кеше булып ҡалығыҙ! Шул саҡта килер йылдарығыҙ ҙа бәхетле, бәрәкәтле булыр.
— Әңгәмәгә ваҡыт тапҡанығыҙ өсөн рәхмәт, Йылан ағай.
— Һи-и, ҡустым, йыл буйы бергә булабыҙ бит әле. Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшәһе һүҙҙәр алда.
— Эйе шул, донъялар имен торһон!