Йәшәү сәме28.12.2012
Өләсәйем Зөлфиә Хөснөтдин ҡыҙы Әсәҙуллина 1931 йылда Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында Мәүлетбикә Нурый ҡыҙы менән Хөснөтдин Минһажетдин улы Сәфуллиндарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Өс йәшендә әсәйһеҙ ҡала. Ҡарт ҡартатайыма дүрт ҡыҙ баланы яңғыҙ тәрбиәләү еңел булмай, шуға Иҙел аръяғынан бер ҡатынды димләйҙәр.
Ул күсенгән төндә күҙ терәп торған берҙән-бер һыйырҙы сабата кейҙереп урлайҙар. Сәңгелдәктә ятҡан өс айлыҡ бала — өләсәйемдең Асия исемле һеңлеһе — йүнләп ҡарамағанлыҡтан, үлеп ҡала. Үгәй инәй килгәс, балаларға аталары менән иркенләп һөйләшеү, зарланыу ҡәтғи тыйыла. Төндәрен ҡаҡ һикелә йомарланып йоҡлап, өләсәйеп өшөп уянып китә, үҙәге өҙөлөп асыҡҡас, ашарға эҙләп ҡарай. "Аслыҡтан күҙем күрмәй башлағас, тауыҡ һуйҙы атайым, тик үгәй инәй башын ғына бирҙе", — тип күҙҙәре йәшләнеп хәтерләй өләсәй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атаһын Троицкиға хеҙмәт армияһына алалар. Татлыбикә тигән ҡатын, балаларына күҙ-ҡолаҡ булһын өсөн, өләсәйемде үҙенә ала. Унда бөтөн эште башҡара, ҡара иртәнән кискә тиклем бил бөгә, балалар ҡарай. Бер ваҡыт хужабикә ишек бикләтеп сығып китә. Төндә ҡайтһа, арып йоҡлаған бала уянмай. Ишекте астырғас, 11 йәшлек ҡыҙыҡайҙы туң резина калушлы быймаһы менән типкеләп, күм-күк булғансы туҡмай. Был хәлде ишетеп, алты йәшкә оло апаһы Мәрйәм уны үҙе менән ферма өйөндә йәшәргә ала. Өләсәйем оҙаҡ сирләй. Йүнәлгәс, тамаҡ хаҡына кешегә урмандан утын ташып, колхозға ер ҡаҙып, баҫыу утап көн итәләр. Һуңынан Бер Икмәк ауылына бала ҡараусы итеп ебәрәләр, унда ла өй эштәрен башҡара. Атаһының хеҙмәт армияһынан 18 көнлөк икмәк карточкаһын юғалтып, аслыҡтан шешенеп, сирләп ҡайтҡанын ишеткәс, Үтәймуллаға ҡайтырға сыға өләсәйем.
Атаһы үлгәс, Әбүбәкер менән Факиһа исемле кешеләрҙә ете йыл йәшәй, иртәнге алтынан төнгө бергәсә эш бөтмәй. Өҫ-башына, аяғына кейергә булмау сәбәпле, аяҡтары шешеп тишелә. Сирләгәс, эшләй алмағас, атаһының бер туған һеңлеһе Сәхибәгә бара. Уның да бар булғаны — мунсалай ғына өйө лә итәк тулы балаһы. Өләсәйем солан артында ята, апаһы, үҙҙәренән арттырып, ҡатыҡ эсерә. Ауыл фельдшеры Өфөгә дауаханаға барырға ҡуша. Биш саҡрымдағы Төкөн станцияһына көс-хәл менән барып, поезға ултыра. Өфөлә Мәрйәм апаһын таба, ул дауаханаға урынлаштыра. Ике ай ятып йүнәлеп ҡайтҡас, ауылда Әбүбәкер бабайҙарына бәрәңге сығара. Стәрлетамаҡта "Сода" заводы төҙөлә башлаған осорҙа барактарҙа төҙөүселәр йәшәгән, ике биҙрәләй бәрәңге йөкмәп, шунда һатырға йөрөй. Бер көндө, аҡсаһы булмағанлыҡтан, поезға индермәйҙәр. Ахырҙа поездың аҫҡы күтәрмәһенә баҫып, ҡулдары менән тотҡаға йәбешеп китә. Тоҡ аҫҡа — рельстарға тарта. Өләсәйемдең күҙҙәренә ҡан һауып, хәле бөтөп, ҡулдары ана ысҡына, бына ысҡына тигәндә, кемдер күреп ҡалып, тормозды өҙә. Вагонға индереп һалалар, ҡалаға барып еткәс, бәрәңгеһен һатып бирәләр. Ул билдәһеҙ кешеләрҙе әле лә рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала, доғаһынан ҡалдырмай...
Муйыл сәскә атҡан йәмле майҙа илай-илай ҡалаға сығып китә өләсәйем. Ағас эшкәртеү комбинатының 21-се тресында таҡта ярыусы булып эш башлай. Ул саҡта 20 йәштә була. Дөйөм ятаҡта бер бүлмәлә егерме ҡыҙ йәшәйҙәр. Бер йыл эшләгәс, ҡорһаҡ тифы менән ҡаты ауырып китә. Дауаханала иҫенә килә алмай ятҡанда, оҙон ҡалын сәс толомдарының иҙәнгә "лап" итеп барып төшкәнен тоя. Сәсен ҡырып алған булғандар икән. Ике ай ярымдан ҡаҡ һөлдәгә ҡалып, һауығып сыға. Ауыр эштә йөрөһә лә, өләсәйем норманы арттырып үтәй, маҡталып, өс йыл ярым эшләй. Ял көндәрендә Мәрйәм апаһына ла ярҙам итә.
Йәштәше Нәжип исемле егет менән бер аҙ мәктәптә лә уҡыған була. Армияға киткәс, ул "мине көт, Зөлфиә" тип яҙа. Һирәкләп хаттары килеп тора. 1954 йылдың октябрендә өләсәйем ауылға ялға ҡайта, тап шул ваҡытта буласаҡ ҡартатайым Нәжип Вәлиәхмәт улы армиянан ҡайтҡан була. Улар осраша, ҡарт өләсәйем Нәғимә йәштәргә никах уҡытҡас, Зөлфиә өләсәйем эшенә китә. Йолаһын йола итеп, Мәрйәм апаһынан ҡулын һорап, Өфөлә гөрләтеп ҡыҙыл туй үткәргәс, улар ауылда йәшәй башлай.
Ике ҡыш бергә йәшәгәс, ҡарт өләсәйем бер тана, бер биҙрә арыш оно, әҙерәк бәрәңге биреп, башҡа сығара. Өләсәйем менән ҡартатайым колхозда "трудодень"гә эшләй. Өләсәйем төрлө эштәргә йөрөй, йәй, көҙ шәкәр сөгөлдөрә үҫтерә. Бер-бер артлы өс ҡыҙҙары, дүрт улдары донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары Ғәндәлиф алты йәшендә һыуға батып үлә, ҡыҙҙары Таңсулпан юл фажиғәһендә һәләк була. Тормоштоң шатлыҡтан балҡыған сағында сабырлыҡ һаҡлап, ҡайғынан ҡарайған мәлдәрендә лә бөгөлөп төшмәҫлек көс таба ҡәҙерлеләрем. Декабрь башында өләсәйем менән ҡартатайымдың бергә татыу, бәхетле ғүмер итеүенә 58 йыл тулды. Уртансы улдары Нәсхәт, килендәре Зөлфиә менән бергә торалар, уларҙың улдары Сәлим, Рәмзил, Нуриманды үҫтереп, күҙ-ҡолаҡ, алтын бағана булып йәшәйҙәр. Ялдарҙа, байрамдарҙа атай нигеҙенә йыйылып ҡайтҡан балалары атай-әсәйҙәренең тигеҙ ҡартлығына ҡыуана. 13 ейән-ейәнсәрҙәре, дүрт бүлә-бүләсәре бар.
Өләсәйемдәргә ҡайтыу минең өсөн байрамға әйләнә. Бешергән аштары, бәлеш һәм бәрәмәстәре шул тиклем тәмле! Яҡындағы урман-болондарҙы гиҙеп еләк-емеш йыйыуҙар оноторлоҡ түгел. Өләсәйемдең йор теле, таҡмаҡлап йырлап ебәреүе, бала саҡ хәтирәләрен һөйләүе — үҙе бер тарих. "Нисек иҫән ҡалған?! Ул булмаһа, беҙ ҙә тыумаған булыр инек", — тип тетрәнеп ҡуям. Ҡартатайым менән ауыл уртаһында үҫтергән ҡайын, ҡарағай, миләш, балан, уҫаҡтары ни тора! Ауылда мәсет һалынғанда ла ярҙамдары ҙур булды: төҙөүселәрҙе ашатып-эсереп, үҙҙәрендә йәшәттеләр, иман йортон асҡанда ҡорбан салып, халыҡты һыйланылар.
Өләсәйемдең бер үкенесе бар. "Ҡайҙа барып морон төртөргә белмәй йөрөгәндә, мине балалар йортона бирмәгәндәр. Исмаһам, уҡып, кешеләргә илгә тағы ла күберәк файҙа килтерерлек кеше булыр инем", — ти. Өләсәй юҡҡа үртәнмә! Һинең бөтә ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуың беҙгә генә түгел, бик күптәргә өлгө булырлыҡ, йәшәү көсө бирерлек.