Ысын шиғриәттең шифалы нурҙары уҡыусы күңелен наҙлай, тормош юлын яҡтырта. Шағир Хәсән Назарҙың шиғриәте тураһында бер кәлимә һүҙ әйтмәксемен.
Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән ағай Назар хаҡында, теле тиһәң, ҡылды телеп һалырлыҡ, тиҙәр. Илде һөйөү тойғоһо, халыҡсан, тура һүҙле булыуы ла милләтебеҙ алдында баһаһын күтәрә.
Тормош шыма ғына бармай, һәр кем уны үҙенсә үтә. Өлөшөңә нимә төшә, уны әҙәмсә үтер өсөн фәҡәт бәхетле була белергә кәрәк. Шағирҙың “Бөркөттәр төйәге”, “Шоңҡар сөйәм”, “Заман заңы”, “Асманға ашыу”, “Ғүмер һәм дәүер” китаптарын уҡыһаң, рухи донъяң байып киткәндәй була. Фәлсәфәүи уйланыуҙарынан һәм быуындар бәйләнешен күрһәтеүсе шиғырҙарынан серлелек бөркөлә. Күңелдәргә күпер һалыусы шағирҙың моң-аһәңе йөрәк түрен яулай икән, тимәк, ул — үлемһеҙ шағир.
Илештәрҙең “Башҡортостан” гәзитендәге фекеренә беҙ ҙә, дүртөйлөләр, ҡушылабыҙ. Улар әйткәнсә, “Шиғырлы һәм иманлы итергә килгән” әҙип “халыҡ шағиры” исеменә күптән лайыҡ.
Светлана ВАСИКОВА,
“Тулҡын” әҙәби берләшмәһе етәксеһе.
Дүртөйлө ҡалаһы.