Яҡын дуҫым28.12.2012
Өләсәйем тураһында бик күп яҙыр инем, бик күп һөйләр инем, сөнки уны ныҡ яратам. Уның кеүек һәйбәт кеше башҡа юҡтыр был донъяла.
Бәләкәй сағымдан уҡ өләсәйемде дуҫым кеүек күрәм. Ул бер ваҡытта ла минең менән уйнарға, китап уҡырға ялҡауланып тормай. Эргәһендә булыша башлаһам, ҡыуып ебәрмәй, киреһенсә, эшләгәнемде ҡарап, яҡшы итеп аңлата, өйрәтә. Бешергән бәлештәре, аштары, сәк-сәктәре бигерәк тәмле, бәйләгән ойоҡбаштары йомшаҡ һәм йылы. Уның менән миңә күңелле, ҡыҙыҡ.
Ял көндәре ғаиләбеҙ менән өләсәй һәм олатай янына ҡунаҡҡа барабыҙ. Ҡәҙерлебеҙ һәр ваҡыт тәмле ризыҡтар бешереп көтөп тора.
Өләсәйҙең аштары
Телде йоторлоҡ була.
Беҙ килеүгә өҫтәле
Һыйҙан һығылып тора.