Мине һәр саҡ аңлай28.12.2012
"Эй ваҡыт уҙа, алға саба ла саба. Ғүмеркәйҙәрҙең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың икән". Өләсәйҙең шулай тигәнен йыш ишетергә була. "Ҡайҙа минең ҡанатланып, осоп йөрөгән саҡтарым!?" — тип йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп ала.
Исеме — Хәфәсә Мөхәмәтша ҡыҙы Нуриева, 1934 йылда Илеш районының Яңы Күктау ауылында тыуған. Тормошон Ҡарабаш ауылы егете менән бәйләгән. Хәҙер хаҡлы ялда инде. Өләсәйемдең баҡсалары йәй сәскәгә күмелә, тәмле емеш-еләктәр бешә.
Өләсәйем бик күңелсәк һәм йыр-моңға ғашиҡ кеше. Әгәр ҙә кәйефем булмаһа, ул мине аңлай, йыуата, күңелде күтәрерлек һүҙҙәр әйтә. Үҙен ауылда барыһы ла хөрмәт итә.
Йәйге каникулдарҙы өләсәйемдә үткәрәм. Унда тауыҡтарҙы, себештәрҙе ҡарайым, өйөн матур итеп йыйыштырып ҡуям. Тағы ла бергәләп еләк йыябыҙ, ҡайнатмалар яһайбыҙ. Ҡышҡы каникулда, йәйҙе иҫкә төшөрөп, ҡайнатма менән тәмләп сәй эсәбеҙ.
— Ярай әле балаларым, ейәнсәрҙәрем бар. Һеҙ — ҡыуанысым, ярҙамсыларым! Һеҙгә ҡарап йәшәрәм, — тип бәхетле йылмая ул шундай саҡтарҙа.