Тормош ҡәҙерен белергә өйрәтә28.12.2012
Өләсәйем Фәриҙә Яхъя ҡыҙы Бүребаева 1934 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуған, әле лә шундай йәшәй. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән. Бер йәшендә апаһы һәм ағаһы менән атайһыҙ ҡалалар. "Ни эшләйһең, Хоҙай шулай ҡушҡандыр, "атай" тип әйтмәнем", — ти өләсәйем.
Апаһы — донъяны күреүҙән, әсәһе ишетеүҙән мәхрүм булған. Ағаһы VII класты ла уҡып бөтмәйенсә, китап-дәфтәр һалынған тоҡсайын ташлап, эш эҙләргә сығып китә. Ғаиләне ҡарарға кәрәк бит. Өләсәйем дә дүрт класты ғына тамамлай.
Әсәләре, ишетмәһә лә, балаларҙы үҫтерергә тип күрше-күләнгә кейем-һалым теккән, ойоҡбаш бәйләгән. Шул эшкә кешеләр ни бары һөт йә ҡатыҡ бирә алған. Өләсәйем аслыҡты, яланғаслыҡты үҙе татып белгән. Бер телем икмәк алырға тип ҡара таңдан сиратта торған. "Шул ваҡыттар һаман күҙ алдымда. Барһаң, бер-ике телем икмәк алаһың, саҡ ҡына һуңлаһаң, икмәкһеҙ ҙә ҡайтаһың. Йыш ҡына кешегә бер телем дә эләкмәй ҡала. Йәй тауҙар араһында үҫкән йыуа, муйыл, еләк аслыҡтан ҡотҡарҙы", — тип хәтерләй өләсәйем. Бала сағы йәмле Ирәндек тауы һәм Таналыҡ йылғаһы буйында үтә.
Ҡәҙерлебеҙгә 13–14 йәшендә электр станцияһында торф ташыусы булып эшләргә тура килә. "Бер нисә ҡыҙ арбаға торф һалып ташыйбыҙ, арып хәлдән таябыҙ", — тип ауыр һулап ҡуя ул. Шул торф электр энергияһы булдыра, энергия менән бөтөн Баймаҡ тәьмин ителә. Һуңынан өләсәйем кислород станцияһында телефонист булып эшләй. Шул йылдарҙа олатайым менән таныша.
Олатайым Ильяс Ниғәмәт улы Ғөбәйҙуллин 1932 йылда Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуған. Ул 9 йәшендә уҡыуын ташлап, ат ҡараусы булып эш башлаған. Һуғыш тамамланғас, ғаиләһе Баймаҡ ҡалаһына күсеп килгән. Олатайым 18 йәшендә әрмегә саҡырылып, өс йыл Эстонияла хеҙмәт иткән. Ҡайтҡас, өләсәйем менән танышҡан. Ике ул менән ике ҡыҙға ғүмер биргәндәр.
Бөгөн өләсәйем йәшлек ваҡыты үткән йәмле Таналыҡ йылғаһына, Ирәндек тауҙарына һаман да ғашиҡ булып, матур ғүмер кисерә. Олатайым 2010 йылда өләсәйемде ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте. "Ул киткәс, донъя ҡараңғыланып ҡалған һымаҡ. Һәләтле һәм эштең рәтен белгән кеше ине. Ни хәл итәһең, беребеҙ ҙә мәңгелеккә килмәгәнбеҙ", — ти өләсәйем. Улар 54 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер итте.


Вернуться назад