Серҙәшем28.12.2012
Өләсәйем Әмирә Ғиләжетдин ҡыҙы Мөхәмәтдинова районыбыҙҙың иң матур ауылдарының береһе Илештә йәшәй. Уға һикһән йәш.
Беҙ ғаилә менән өләсәйемдәргә ҡунаҡҡа йыш бара алмайбыҙ, сөнки аҙнаның алты көнөндә мәктәптә уҡыйбыҙ. Каникул ваҡытында иһә унан ҡайтышмайым, хәлемдән килгәнсе ярҙам итәм. Ә ул, минең килгәнгә шатланып, тәмле бәлештәр бешерә. Икәүләп серләшә-серләшә тәмләп сәй эскән мәлдәрҙе көтөп алам.

Өләсәйемде яратам,
Уға ҡунаҡҡа барам,
Тәмле итеп сәй эсәм,
Эс серҙәремде сисәм.


Вернуться назад