Өйөндә һикһән төп гөл үҫә28.12.2012
Тыуғанда уҡ кеше күңеленә матурлыҡ сатҡыһы һалына, тиҙәр. Шуға күрә матурлыҡты күреү, уға ынтылыу хисе барҙыр инде беҙҙә. Ғүмер ебен һүткән һайын донъяның йәмен күрә белеү, уның менән һоҡланыу һәм тирә-яғыңды ла шулай биҙәү теләге арталыр, күрәһең. Йылдан-йыл өләсәйемдең матурлыҡ тыуҙырыу һәләтенә, зауығына һоҡланам.
Өләсәйем Миңлегөл Рәйес ҡыҙы Яппарова (Ғәлиева) донъяға бөйөк Аҡмулланы биргән Миәкә районының Әнәс ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләлә өлкән ҡыҙ булараҡ, кесе йәштән үк ҡул араһына кереп, әсәһе иңдәренә ятҡан йорт эштәрен уртаҡлаша. Мәктәпте тамамлағас, Иглин районындағы Урман ҡасабаһында йәшәгән апаһы уны үҙе янына саҡырып, хәрби заводҡа эшкә урынлаштыра. Өләсәйем ошо ҡасабалағы хәрби часта хеҙмәт иткән буласаҡ олатайым менән таныша, оҙаҡламай йәштәр уртаҡ тормош ҡора. Олатайымдың тыуған ауылы Иҫәнбайға ҡайталар. Оҙаҡ йылдар колхозда эшләп, ауылдаштарының ихтирамын ҡаҙаналар.
Тыуған яҡтарынан алыҫ китһә лә, үҙ нәҫел-нәсәбенең ғөрөф-ғәҙәтен онотмай өләсәйем. Ҡарт өләсәйем Миңлебаныу аҫаулы балаҫ һуғырға, шәл бәйләргә, аш-һыу әҙерләргә бик оҫта булған. Өләсәйем үҙенә бирнәгә бирелгән сағыу балаҫтарын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай, күргәҙмә, фольклор байрамдары ойоштороусылар уларҙы йыш ҡына һорап ала.
Килен булып төшкәс, кәзә һатып алып, мамыҡ эшкәртеп, әсәһе кеүек шәл бәйләй башлай һөйөклөбөҙ. Илеш районында шәл бәйләү киң таралмағанлыҡтан, уның хеҙмәт емештәрен һатып алыусылар күп була, әхирәттәре лә был шөғөл менән мауығып китә. "Миәкәсә" ҡомалаҡ әсеткеһендә бешерелгән икмәге лә иҫәнбайҙарға хуш килә, әкренләп күрше ҡатындары өләсәйемә әсеткегә йөрөй башлай.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, өләсәйем дәртләнеп яңы шөғөлдәр үҙләштерә. Һуңғы йылдарҙа олатайым менән бергәләп умарта ҡарау серҙәрен өйрәнә. 88 йәшлек ҡарт олатайым ейәндәре менән бүлә-бүләсәләрен ғүмерлек кәсебе емеше — татлы балдан һыйланыуына һөйөнөп бөтә алмай.
Өс ҡыҙҙары ла белем алып, ғаилә ҡороп, ситкә таралышҡас, өй бушап ҡалғандай була. Ләкин күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә яратмаған өләсәйем йыуанысын гөлдәрендә таба. "Гөлһөҙ донъя — тәҙрәһеҙ бер тирмә", — тип йыш ҡабатлай ул. Ҡунаҡҡа барған бер еренән үҫенте алып ҡайта, магазиндарҙан да һатып ала. Гөл үҫтереү серҙәрен китаптарҙан өйрәнә, хатта уларҙың тел әйләнмәҫтәй исемдәрен яттан белә. Хәҙер өйө ҡышҡы баҡсаны хәтерләтә. Бер һанағанда һикһән төпкә яҡын гөлө бар ине. Олатайым йорт-ҡураны төҙөкләндерһә, өләсәйем өй алдында сәскә ултыртып, матур донъяға тағы ла йәм өҫтәй.
Йәй үҙ мәшәҡәттәре менән үтә, ә ҡышҡы оҙон кистәрҙә ҡул эштәренә тотона өләсәйем. Хәҙерге ваҡытта онотолоп барған шыма нағыш һалып сигеү менән мауыға. Ҡыҙҙарының бушап ҡалған бүлмәләрен сигеүле мендәрҙәр, картиналар менән биҙәп ҡуйған. Биҙәктәрҙе ул яулыҡтарҙан, һауыт-һабанан күсерә, үҙе лә уйлап сығара. Беҙ ҡайтҡас: "Бына ниндәй матур биҙәк таптым!" — тип шатлығы менән уртаҡлаша. Мин дә Интернет селтәренән үҙенсәлекле нағыштар табып алып ҡайтам, уларҙы туҡымаға күсерергә ярҙамлашам.
Ҡәҙерле өләсәйемдең тормошон күҙәтеп, унан үрнәк алам. Алты ейәне араһында мин берҙән-бер ейәнсәр булғас, ҡул эше енән мауығыуыма бигерәк тә һөйөнә. Сигеп, ырғаҡ менән бәйләп әҙерләгән бүләктәремде ҡыуанып тотона.


Вернуться назад