Әсәйемдең бала сағы28.12.2012
Әсәйем Миңнур йыр-моң яратҡан ҙур ғаиләлә үҫә. Ул ваҡытта тыуған ауылы мәктәбендә урыҫ телендә уҡытҡандар. Өләсәйем балаларын рухлы итеп тәрбиәләүгә оло иғтибар бүлә.
"Бабсаҡбей менән Күсәк" кеүек легендаларҙы башлап өләсәйемдән ишетәләр. Кистәрен урындыҡҡа шаршау элеп, сәхнә эшләп бирә лә, үҙе ҡул эштәре менән булыша, балалар концерт ҡуя. Өйҙә гармун, мандолина, ҡумыҙ бар, кем нимәлә теләй, шунда уйнай. Йәй бәләкәй әртистәр, ҡапҡа башына менеп, ауыл халҡына көндәр буйы йыр бүләк итә.
Өләсәйем йор һүҙле була, балаларына гел генә таҡмаҡ өйрәтә. Бәләкәй булғас, мәғәнәһен аңламаһа ла, әсәйем үҙенә сығарылғанын әйтеп бейей:
Миңнур апай һыуға бара
Капрон биҙрәһе менән.
Ике сикәһе буялған
Һары маңҡаһы менән.
Халыҡ һыны ҡатып көлә. Миңә ҡыуаналар икән, ти ҙә тағы бейей. 6 йәшендә, Байғаҙы ауылына барып, бер үҙе фермала эшләүселәргә концерт ҡуя.
Беҙ һыйырҙарҙы һауабыҙ
Иркәләп-майлап ҡына.
Шуға һыйырҙарҙың һөтө
Аҡ ҡына, ҡаймаҡ ҡына, —
тип йырлап та бөтә, тиреҫкә шап итеп барып та төшә. Шулай ҙа йыр-моңға һөйөүе ғүмерлеккә ҡала.
"Ағиҙел", "Башҡортостан ҡыҙы", "Веселые картинки", "Мурзилка" журналдарын, әҙәби китаптарҙы алмашлап, ҡысҡырып уҡыйҙар. Өләсәйемдең өйөндә китапхана була. Бөтөн ауыл уларға китап алырға йөрөй. Балаларға тәғәйенләнгәндәр — аҫҡы кәштәлә, ололарға яраҡлыһы өҫтә урынлашҡан. 5 йәштән уҡырға өйрәнгән әсәйем ололар күрмәгәндә генә өҫкө кәштәләге китаптарҙы ала ла урындыҡ аҫтында йәшенеп уҡый. Һиҙеп ҡалып, оло апаһы тәртешкә менән төрткөләп ҡарай — буйы етмәй. Зәйнәб Биишеваның, Мостай Кәримдең күп китаптарын мәктәпкә барғансы уҡып сыға. Өләсәйем мәктәбе файҙаға ғына була — әсәйем бай телле.
Өйҙәрендә тәртип ҡаты була. Көн дә кис, йоҡларға ятҡанда, урынды әсәйем һала. Карауат ябыуын тәңкләп кенә һалырға тейеш. Иртәнсәк Фәрзәт ағаһы урын йыйыштыра. Әгәр кис ябыуҙар сатай-ботай һелтәнгән булһа, тәүҙә урынды йыйыштырта, унан кире һалдыра, унан кире йыйыштырта. Мәктәпкә һуңлап, илап барып ингән саҡтары ла була.
Бала сағы бик күңелле һәм мажаралы үтә әсәйемдең. Һәр булған ваҡиғанан һығымта яһап, фәһем алып үҫә. Йомошҡа күп йөрөгәс, ололар менән аралаша, уларҙың аҡыллы кәңәшен тыңлай. Улай ғына түгел, күршеләге балаһыҙ инәйҙең, ололарҙың утын өйөү кеүек эштәрен ауыл балалары менән өмә итеп эшләп бирәләр. Бөтәһен дә яҙып бөтөп булмай. Үҙем ҙурайғас, апайым кеүек журналист булырмын да, ошо хаҡта айырым китап яҙырмын, тип уйлайым. Бының өсөн миңә күп уҡырға, телде байытырға кәрәк.