"Илем, телем, ерем" тип йәшәй28.12.2012
Һәр кемдең тормошонда үрнәк алырҙай кешеһе була. Минең кумирым — өләсәйем Хәлиҙә Вәли ҡыҙы Шәймәрҙәнова. Хәрефтәр өйрәткән, йырларға, бейергә, әкиәттәр һөйләргә өйрәткән беренсе уҡытыусым да, тәмле бәлештәр бешереп көткән, минең өсөн ҡыуанып та, борсолоп та йәшәгән иң ҡәҙерле кешем дә ул.
Олатайым менән икеһе 44 йыл бергә бәхетле ғүмер кисерә. Башҡортостан Президенты тарафынан "Өлгөлә ғаилә" тигән маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булдылар.
Өләсәйем өс балаһына ғына түгел, күп туғандарына ла тормошта ныҡлы аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән. Бөтөн туғандар уны яратып, ихтирам итеп, рәхмәт әйтеп йәшәй.
Ҡәҙерлебеҙ ҡатмарлы һәм ҡыҙыҡлы тормош юлы үткән. Миәкә районының Икенсе Миәкәбаш ауылында тыуған, унда башланғыс мәктәп кенә булыу сәбәпле, 10 йәштән үк тыуған йортонан сығып китергә мәжбүр булған, 14 йәшендә дауаханала кер үтекләүсе булып эшләгән. Башҡортостан кооператив техникумында уҡығанында комсомол етәксеһе вазифаһын башҡарған, хор ансамбле менән күрше өлкәләргә гастролгә сыҡҡан, волейбол уйнап, саңғы шыуып, техникумдың данын күтәргән. Студент сағындағы фотоларына, маҡтау ҡағыҙҙарына ҡарап һоҡланам.
Техникумды тамамлағас, өс йыл райпола китап һатыусы булып эшләй. Шул осорҙа ул мәктәп директоры вазифаһын башҡарған олатайыма кейәүгә сыға һәм Исламғол һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте, музыка уҡытыусыһы булып эшләй. Уҡыусылары уны онотмай, байрамдарға, осрашыу кисәләренә саҡыра, йыш ҡына килеп хәлен белешә.
Өләсәйем шулай уҡ күп йылдар райпола партия ойошмаһына етәкселек итә, "Белем", "Айыҡлыҡ өсөн көрәш" ойошмаларында секретарь була. Хаҡлы ялға тиклем 15 йыл "Октябрь" район гәзитенең башҡортса сығарылыш мөхәррире йөгөн тарта. Матур холҡо, төплө белеме, күңел байлығы, рух ныҡлығы менән кешеләрҙе үҙенә ылыҡтырып торған көслө шәхес ул. Алдынғы ҡарашлы булыуына, иҡтисадты, сәйәси тормошто яҡшы аңлап, "илем, телем, ерем" тип йән атып йәшәүенә һоҡланабыҙ.
Өләсәйем кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын матур итеп башҡарған, йолаларын теүәл үтәгән кеше һирәк. Һуҡҡан аҫалы балаҫтары, бәйләгән шәлдәре, нағышлаған алъяпҡыс, таҫтамал һәм ашъяулыҡтары күҙҙең яуын ала.
Беҙҙең — ике ейәне менән өс ейәнсәренең — илебеҙгә, халҡыбыҙға ныҡлы терәк булып, тарихыбыҙҙы, телебеҙҙе белеп, мәҙәниәтебеҙҙе яратып үҫеүебеҙҙе теләй. Камил ағай менән мин ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнәбеҙ, башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнарға өйрәнәбеҙ. Быйыл "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында ҡатнашып, II урынды алдым. Һеңлеләрем Йәмилә менән Сәлимә "Минең ғаиләм халыҡ йолаларын һаҡлай" тигән проект яҙып, II урынды яуланы, Асия туғаным "Кескәй һылыуҡай" конкурсында дипломант булды.
Йәй һайын өләсәйем ҙур ғаиләбеҙҙе Башҡортостаныбыҙҙың мөғжизәле, бай тарихлы урындарына алып бара. Былтыр Арҡайымды барып күрҙек, быйыл Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылдыҡ. Алла бирһә, Торатауға менергә, Каруанһарайға барырға уйлайбыҙ.