Ерҙәге йондоҙом28.12.2012
Кеше тәбиғәте шулай яратылған: төн ҡараңғылығын ярған йондоҙҙар таң атыу менән бер-бер артлы күҙҙәрен йома. Ерҙәге "йондоҙҙар" иһә кешелеклелеге, мәрхәмәтлелеге менән йылдар дауамында тормошобоҙҙо яҡтырта, күңелдәргә илаһи нур өҫтәй. Өләсәйем Кифая Хәмзә ҡыҙы Саҙретдинованы шундай йондоҙға тиңләйем. Тормошомда балҡып янған яҡты маяғым ул.
Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә, ауыр хеҙмәттә сығынып үҫә, бер эштән дә ҡурҡмай. Дүртөйлө районының Ҡарға ауылынан Илеш районының Лаяшты ауылына килен булып төшә. Мәжит Ғафури исемендәге колхоздың малсылыҡ тармағында эшләп хаҡлы ялға сыға. Сабыр холоҡло, асыҡ йөҙлө өләсәйем менән Камил олатайым 53 йыл тигеҙ, матур ғүмер кисерә. Бер ҡыҙҙарын, биш улдарын ел-ямғыр тейҙермәйенсә үҫтерәләр. Бөгөн балаларының һәр береһе үҙ аллы тормош ҡорған, өй һалып, балалар үҫтерә. Ҡарт өләсәйем Фәүзелйыһан да 43 йыл улар менән бер йортта ғүмер кисерҙе, һуңғы көндәренәсә ҡәҙер-хөрмәттә йөшәне. Туғандары рухына бағышлап, ҡорбан салдырыу, Ҡөрьән ашы үткәреү — йорттарында йыл да үтәлеп килгән матур йолаларҙың береһе.
Алтын ҡуллы минең өләсәйем. Барыбыҙға ла ойоҡбаш, бейәләйҙ бәйләргә, баҡса үҫтерергә лә әүәҫ ул. Йәй түтәлдәрендә ниндәй генә гөлдәр сәскә атмай ҙа, ниндәй генә йәшелсә-емеш үҫмәй! Сүптең әҫәре лә юҡ.
Өләсәйемдең сәстәренә хәҙер сал ҡунған инде. Ҡартлыҡ билдәһе тиһәләр ҙә, сал сәстәре уны бер ҙә йәмһеҙләмәй, киреһенсә, былай ҙа балҡып торған йөҙөн тағы ла нурлыраҡ итә. Бөгөн ул 11 ейән-ейәнсәрен һәм ике бүлә-бүләсәрен һөйөп ҡыуана. "Хөкүмәтебеҙ ваҡытында пенсия бирә, йортобоҙға газ үткән, иң ҡәҙерле кешеләребеҙ — балаларыбыҙ ярҙамдан айырмай. Бынан да ҙур бәхет юҡ", — ти ул.
Кеше тәбиғәте шулай яратылған: ғүмер буйы йыһанға, йондоҙҙарға тартыла, илаһи миҙгелдәрендә күңеле менән ғәләм киңлектәрен ҡоса. Талант эйәләрен, кумирҙарын да, күк йөҙөндә балҡып янған йондоҙҙарға тиңләп, уларға тартыла. Ә мин ерҙәге "йондоҙом" — өләсәйемдән нур алам.