Уйламағанда сирләп киттем. Ә мин бит — дүрт бала әсәһе һәм ошо балалар хаҡына йәшәргә тейешмен.
Сәләмәтлектең йән тыныслығына бәйле булыуын тәжрибәле табип яҡшы аңлай. Мәҫәлән, Мәсәғүт район үҙәк дауаханаһында эшләп йөрөүсе йәш табип-онколог Гөлназ Мәғәсүм ҡыҙы Әлмөхәмәтова – тап шундайҙарҙан.
Ул йәшәргә дәрт өҫтәп, рух күтәренкелеге биреп, йылы һүҙҙәрен әйтеп, өмөт уята. Шуға күрә Гөлназ Мәғәсүм ҡыҙына оло рәхмәтемде белдерәм, таҙалыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Балаларым хаҡына изгелек эшләгән өсөн ниҙәр генә әйтһәм дә, әҙ һымаҡ. Аллаға шөкөр, аяҡҡа баҫтым, шунан да ҙур шатлыҡтың булыуы мөмкин түгел. Гөлназ Мәғәсүм ҡыҙын Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын, эшендә уңыштар юлдаш булһын.
Нәсимә НИҒМӘТУЛЛИНА.
Мәсетле районы,
Дыуан-Мәсетле ауылы.