Бүләләрегеҙҙе һөйәһегеҙ бар әле!28.12.2012
Мәктәптән ҡайтып инеүгә, танауыма таныш еҫ килеп бәрелде. Ура, өләсәйем ҡабартмалар бешергән! Эй яратам да һуң шул ҡабартмаларҙы һөт менән тәмләп кенә ашарға. Йүгереп барып, өләсәйемде ҡосаҡлап алдым:
— Өләсәкәйем, әлдә һин бар әле донъяла!
Һикәлтәле ғүмер юлы үтһә лә, һынмаған, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәгән ул Мәрзиә өләсәйем. 38 йәшендә тол ҡала, тәүге мөхәббәтенә тоғролоҡ һаҡлап, тормошон балалары Валерий менән Рәзиләгә бағышлай.
Мәшәҡәттәренән бушап торған арала ҡулына бәйләмен ала. Энәләре уйнап ҡына тора. Мин дә, эргәһенә ултырып, ойоҡбаш, бейәләй бәйләргә өйрәнәм. Яғымлы, мөләйем, изге күңелле өләсәйем булыуына сикһеҙ шатмын. Бәләкәй саҡтан уҡ сабырлыҡ үрнәге булды ул минең өсөн. Өйгә дуҫтарымды алып килеп, улар менән дыу килеп шаярышҡан мәлдә лә беҙгә асыуланманы. "Балалар тауышы өйҙө йәмләй генә", — ти ине.
Өләсәйем менән әсәйем араһындағы мөнәсәбәткә һоҡланып туя алмайым. Гөл-сәскәләр менән уратылған, ауылға йәм биреп торған нурлы йортобоҙҙа, килен менән ҡәйнә булып, егерме йылға яҡын татыу ғүмер итәләр. Уларҙың берҙәмлеге, әсә менән ҡыҙ кеүек бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, хөрмәт күрһәтеп йәшәүе — миңә матур үрнәк.
Иҫке Дөмәй ауылында йәшәүсе икенсе өләсәйем Вәсилә Шәрәфислам ҡыҙы Сабирова ҡырҡ йылдан ашыу мәктәптә химия һәм биология фәндәренән уҡытҡан, ун алты йыл уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары йөгөн тартҡан. Бихисап уҡыусылары уның эшен дауам итә. Өләсәйем — ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған хеҙмәт ветераны. Хеҙмәттәштәре лә онотмай, байрам һайын ҡунаҡҡа саҡырып, хөрмәтләп торалар.
Олатайым Йәмиғнур менән бер ҡыҙ, ике улға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынын 18 йыл элек юл-транспорт фажиғәһендә 25 йәшлек кенә ғәзиз улдарының ғүмере өҙөлә. Быйыл олатайымды ауыр сир беҙҙең аранан алып китте. Вәсилә өләсәйем күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, киләсәккә өмөт менән ҡарап, барыһына риза булып йәшәй белә. Ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша, уҡыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһынып тора. Йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышабыҙ. Вадим ағайым быйыл Ишҡар мәктәбен алтын миҙалға тамамлап, уҡыуын Татарстандың Әлмәт ҡалаһындағы нефть институтында дауам итә. Мин дә "5" билдәләренә генә өлгәшәм.
Ике өләсәйемде лә яратам. Киләсәктә бүлә-бүләсәрҙәре ҡарт өләсәләрен беҙҙең һөйләүҙәрҙән генә белмәһен ине тигән теләктә ҡалам.