Бергә сана шыуыуы күңелле28.12.2012
Өләсәйем Гөлсәсәк исемле. Ул беҙгә тәмле аштар бешерә, бигерәк тә баллы сәк-сәктәре оҡшай. Бәйләм бәйләргә, кейем тегергә, сигеү сигергә лә оҫта.
Өләсәйем ейәнсәрҙәре менән бергә уйнарға, шаярырға, йырларға ярата. Ул һәр саҡ мәктәптәге байрамдарға килә, миңә төрлө матур костюмдар уйлап сығарып тегә. Уҡыуым менән дә ҡыҙыҡһынып тора. Ҡыш бергәләп сана шыуабыҙ, йәй еләк йыябыҙ.
Өләсәйемде яратам,
Уға мин ярҙам итәм.
Сәскәләргә һыу һибәм
Уның эшен бөтөрәм.