Минең өләсәйем Оло йөрәкле булды28.12.2012
Өләсәйем Әминә Әһлиулла ҡыҙы Шәрәфетдинова 1933 йылда Ишембай районының Әрмет ауылында тыуған. Ғүмер буйы колхозда сөгөлдөрсө булған, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да биш йыл эшләүен дауам иткән.
Өләсәйем олатайым менән биш балаға ғүмер биргән. Хәҙер улар үҙҙәре олатай һәм өләсәй булып, ейәндәр тәрбиәләй. Өләсәйем колхозда эшләргә лә, балаларын ҡарарға ла, тәмле-тәмле аштар бешеререгә лә ваҡыт еткергән. Өлгөр, тырыш булған. Ҡәйнәһе менән 40 йыл бергә йәшәп, уның ихтирамын яулаған, фатихаһын алған.
Мәрхәмәтле өләсәйем, биш балаһынан тыш, олатайымдың туғандары яғынан ҡалған етемдәрҙе лә ситкә типмәгән, матур итеп ҡарап үҫтергән. Ниндәй оло йөрәк кәрәк бының өсөн! Шуға ла өләсәйемде бик яратам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ул арабыҙҙа юҡ инде. Яҡты иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй.


Вернуться назад