Бер ҙә эшһеҙ тормай28.12.2012
Өләсәйем Флүсә Тиммерғажи ҡыҙы Мөсәлләмоваға 74 йәш. Элек һөт заводында лаборант булып эшләгән. Колхоздарҙан килтерелгән һөткә анализ яһаған, майлылығын тикшергән. Егерме биш йыл буйы эшен яратып башҡарған.
Хаҡлы ялға сыҡһа ла, өләсәйем тик ултырмай, ейәнсәрҙәрен үҫтерергә ярҙам итә. Йәй баҡсала эшләй, матур-матур хуш еҫле сәскәләр үҫтерә. Яҙ башланыу менән себеш һәм ҡаҙ бәпкәләрен ҡарай башлай. Көҙ ихатаһы ҡош-ҡорт менән тулы була. Бәпкәләрҙе, себештәрҙе өләсәйемә мин дә ҡарашам.
Өләсәй менән бик дуҫ йәшәйбеҙ: ҡыҙыҡлы китаптар уҡыйбыҙ, төрлө уйындар уйнайбыҙ, өй эштәрен эшләйбеҙ. Ул мине бәйләргә, сигеү сигергә, ҡурсаҡтарға кейем тегергә өйрәтә. Ҡәҙерлебеҙ яныбыҙҙа саҡта күңелле һәм рәхәт!


Вернуться назад