Ауылдың "аҡ әбейе"28.12.2012
Нәнәйем Фәүәзә Шәрип ҡыҙы Сафина бәләкәй саҡтан эшсән булып үҫкән. Атаһы фронтҡа киткәс, әсәһенең иң ҙур ярҙамсыһына әйләнгән. Һигеҙ кластан һуң ситкә сығып эшләп ҡайтҡан. Һуңынан колхозда мал ҡараған, баҫыуҙа сөгөлдөр үҫтергән, фельдшер-акушерлыҡ пунктында санитар булып эшләгән. "Хеҙмәт һөйөп үҫегеҙ, эшләгәнегеҙ минең өсөн булһа, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн була", — тип үҫтергән ул балаларын. Нәнәй шул уҡ һүҙҙәрҙе ейәндәренә әйтә. "Эштән ҡурҡмағыҙ. Уның еңеле лә, ауыры ла булмай. Кешене хеҙмәт биҙәй", — тип беҙ эшләгәндә дәртләндерә. Һүҙҙәрен һәр саҡ иҫтә тотам, шуға ла тырышып уҡыйым.
Беҙҙең нәнәй бик бай: алты балаһы, туғыҙ ейән-ейәнсәре, бер бүләсәре бар. Ауылға ҡайтҡанда ул беҙҙе тәмле аштары, бәлештәре менән ҡаршы ала. Нәнәй бәйләгән ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр һалҡын ҡышта һалҡындан һаҡлай. Өлкән булыуына ҡарамаҫтан, ул әле лә ҡабатлау таблицаһын яттан белә. Ауылда өләсәйемде "аҡ әбей" тип йөрөтәләр. Ул намаҙ уҡый, ураҙа тота.


Вернуться назад