Ихтирамлы хеҙмәт ветераны28.12.2012
Өләсәйем Гөлнур Сәғит ҡыҙы Бикмөхәмәтова Мәсетле районының Ғүмәр ауылында өсөнсө бала булып донъяға килә. Бәләкәстән атайһыҙ ҡала улар, шуға ла һәр эште тырышып, еренә еткереп эшләргә өйрәнә. Мәктәпте тамамлағас, әсәһенә ярҙамсы булып, быҙау ҡарашырға йөрөй һәм шунда хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Малҡайҙарҙы тырышып тәрбиәләй, йәй уларҙы яланға алып сығып көтә.
Салауат районының Лағыр ауылы егете Ғәбделхаҡты осратҡас, уға тормошҡа сыға. Килен булып төшкәс тә хеҙмәт юлын һауынсы булып дауам итә, бик тырышып эшләй. Артабан өләсәйемде иҫәпсе, бригадир итеп тә ҡуялар. Ихтирамлы хеҙмәт ветераны 35 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Хәҙер өләсәйем биш балаһына ярҙамсы, терәк булып йәшәй. Улар үҙ донъяһын көтә, төрлө өлкәләрҙә тырышып эшләй. Өләсәйем менән олатайымдың дүрт ейәне һәм биш ейәнсәре бар.
Өләсәйем барыбыҙға ла ойоҡбаш, бейәләй бәйләп кейҙерә. Беҙҙе хеҙмәт һөйөргә, тәртипле, изгелекле булырға өйрәтә. Өйөндә төрлө-төрлө сәскәләр үҫтерергә ярата, уларға һыу һибеп ҡарап ҡына тора. Унан гөл-сәскә тәрбиәләргә, ҡул эштәренә өйрәнәм.


Вернуться назад