Күлде ҡотҡарайыҡ!28.12.2012
“Йәмәғәт электрон гәзите” редакцияһында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев он-лайн конференция үткәрҙе. Сәғәттән ашыу барған һөйләшеүҙә министр ҡырҡҡа яҡын һорауға яуап бирҙе. Уҡыусыларҙы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыларын тәртиптә тотоу һәм башҡа мәсьәләләр борсой.

Бөрө ҡалаһында йәшәгән уҙаманды Шәмсетдин күленең ҡороуы хәүефләндерә. Шуға ла ул министрҙан күлде һаҡлап ҡалыу өсөн күрелгән сараларҙың һөҙөмтәләре тураһында һорашты. “Һыу объекттарын реабилитациялау — беҙҙең эшмәкәрлектең яңы йүнәлеше. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ һыу ятҡылыҡтарын һаҡлауҙы көнүҙәк проблемаға әүерелдерҙе. Әлбиттә, бөтә күлдәрҙе лә тергеҙеү мөмкин түгел, шулай ҙа был эштең әһәмиәтен билдәләргә кәрәк. Шәмсетдин күленә килгәндә, ул яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Быйыл уны һайығыуҙан ҡотҡарыу өсөн байтаҡ саралар күрелде, киләсәктә лә был эш дауам итәсәк”, – тип яуап бирҙе Илдар Рим улы. Экологик хәлгә битараф булмағандар республиканың төрлө тарафтарынан министр менән бәйләнешкә инеп, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биреп ҡалырға ашыҡты. Ағиҙел ярында ҡом сығарыу, Асылыкүл буйын таҙартыу, Торатауҙы һаҡлау һәм башҡа мәсьәләләр яңғыраны. Министр уларҙың барыһына ла төплө яуап бирҙе. Күптәрен теркәп алды, һуңынан яҙма рәүештә яуап ебәрергә вәғәҙә итте. Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Президенты Указы менән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Ошо йәһәттән халыҡ менән власть вәкилдәренең борсоған һорауҙарға яуапты бергәләп эҙләүе хуплауға лайыҡ. Киләсәктә тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев ошондай әңгәмәләр, туранан-тура бәйләнештәр йышыраҡ буласаҡ тип вәғәҙә бирҙе.


Вернуться назад