Ҡыш бабайҙар парадҡа сыҡты28.12.2012
Ҡыш бабайҙар парадҡа сыҡтыТегендә лә Ҡыш бабай, бында ла Ҡыш бабай. Был Өфөгә нимә булған ул? Өлкәндәрҙең күбеһе был күренешкә аптыраһа ла, балалар өсөн бик тә тәбиғи хәл ине. Шулай булмай ни: тиҙҙән Яңы йыл етә бит, ә Ҡыш бабайһыҙ ниндәй байрам булһын инде?!

Ә Ҡыш бабайҙар менән Ҡарһылыуҙарҙың бермә-бер артып китеүенең сәбәбе ябай икән — баш ҡалала уларҙың парады ойошторолдо. Йәмғеһе 700 тирәһе йыйылып киттеләр. Сағыу костюмдар кейгән ҡыш хужаларының парады “Өфө-Арена” боҙ һарайы алдында башланды. Быныһына ла аптырайһы түгел. Беренсенән, улар ҡалалағы һыуығыраҡ урынға йыйылһа, икенсенән, тап шул көндө Өфөлә Йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты асылды. Парад ошо сараға арналды ла инде, шуға күрә Ҡыш бабайҙарҙың кейемендә спорт тематикаһы өҫтөнлөк итте.
Ҡыш хужалары баш ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтте, осраған һәр кемде етеп килгән байрам менән ҡотланы. Тышта ярайһы ғына һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, Ҡыш бабайҙар менән күрешергә сығыусылар байтаҡ булды. Байрам парадын ҡабул итеп алған Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов барыһын да етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы, һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләне, 2013 йылда Өфөнө матур үҙгәрештәр көтә, тип ҡыуандырҙы.


Вернуться назад