Редакция почтаһы ноябрь айында ла хаттарға бай булды. Даими авторҙарыбыҙ Мәхмүт Хужин, Рафаэль Аҙнағолов, Рауил Бикбаев, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гөлшат Әхмәтҡужина, Илдар Ғәбитов, Ризван Хажиев әленән-әле йөкмәткеле, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән мәҡәләләре менән сығыш яһаны.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күп кенә ағай-апайҙарҙың гәзитте даими уҡып барыуы ҡыуандыра. Учалынан Нурия Шәрипова: “Башҡортостан” менән ярты быуаттан ашыу ғүмерем бергә үтте, гәзит йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы, төрлө йәштәге уҡыусы үҙенә файҙалы мәғлүмәт таба ала”, — тип яҙа. Саҡмағош районының Яңы Ҡаҙмаш ауылынан Сәйҙә Сәлиғәскәрова бигерәк тә “Йома” һанының матур сығыуы тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлаша. Өфөнән Люциә Рафиҡова, хоккей яңылыҡтары даими яҡтыртылғанға рәхмәт белдереп, киләсәктә лә мәғлүмәт күберәк бирелһен ине, тигән.
Учалы районының Һәйтәк ауылынан Ғәлиә менән Наил Ғәбиҙуллиндар, Мәләүездән Менәүәрә Әхмәтшина: “Гәзитте йәштән үк алдырабыҙ. Аҡса табырға була, теләк кенә кәрәк, һәр башҡорт ғаиләһе баҫманы алдырырға тейеш”, — тип яҙа. Илеш районының Илеш ауылынан Миңзәлә Хәмиҙуллина: “Гәзитте 93 йәшлек ҡәйнәм дә яратып уҡый”, — тигән.
Ишембайҙан Сәйфулла Әлмөхәмәтов үҙе лә, Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан 80 йәшлек ҡоҙаһы Нәғим Хәмиҙуллин да оҙаҡ йылдар “Башҡортостан”ды алдырыуы хаҡында хәбәр итә. “Тарихи материалдар, төрлө файҙалы кәңәштәр оҡшай”, — тигәндәр.
Ә бына Кушнаренко районының Иҫке Туҡмаҡлы ауылынан Нәсимә Ғиләжева гәзит аша Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһының гематология бүлексәһенә етәкселек иткән Гөлшат Ғайсароваға рәхмәт һүҙҙәре еткерә. “Унда мөғжизә тыуҙыралар, ғүмер бүләк итәләр”, — тип яҙа.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Башҡортостан” гәзите редакцияһы Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә “Ҡәләмгир” конкурсын иғлан иткәйне. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡыйыу яҡтыртыу, бөтәбеҙҙе лә борсоған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү ниәтенән ойошторолдо ул. Конкурс йыл буйы дауам итә.
Шулай уҡ гәзиттә “Ялыу кенәгәһе”, “Халыҡ тауышы” рубрикалары тормошобоҙҙо етешһеҙлектәрҙән арындырыу маҡсатында булдырылды. Тәнҡит һүҙен урамда түгел, ә гәзит битендә белдереү отошлораҡ бит.
“Башҡортостан” менән бергә булып, хатлашып торайыҡ. Артабан да һеҙҙән һабаҡ бирерҙәй, мауыҡтырғыс, етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләгән, халыҡ тормошон ысынбарлығында яҡтыртҡан мәҡәләләр көтәбеҙ.
Илмира ҠОЛБАХТИНА.