“Мәғариф тураһында”ғы Закон хупланды28.12.2012
Федерация Советы “Мәғариф тураһында”ғы Федераль законды хупланы. Рәсәй Президентында ла хуплау тапҡан осраҡта ул 1 ғинуарҙан көсөнә инәсәк.

Мәғариф министрлығы тарафынан әҙерләнгән документ Дәүләт Думаһы тарафынан 21 декабрҙә һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителде. Был документ “Мәғариф тураһында”ғы һәм “Юғары һәм вуздан һуң һөнәри белем биреү тураһында”ғы ике законды алмаштырырға тейеш. Унда белем кимәлдәре, дәүләт (урыҫ) телендә уҡытыу, милли республикалар телендә белем алыу мөмкинлеге буйынса нормалар билдәләнә.
Законға ярашлы, мәктәп формаһы мәсьәләһен мәғариф учреждениелары хакимиәте хәл итәсәк, ауыл мәктәптәрен ябыу-япмауҙа халыҡтың фекере мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханы ғәмәлдә ҡала. Ауылда йәки эшселәр ҡасабаһында йәшәгән педагогия хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә сығымдар компенсацияланасаҡ. Кәмендә ун йыл ауылда эшләгәндәр пенсияға сыҡҡандан һуң социаль ярҙам сараларына хоҡуҡлы. Уҡытыусыларҙың эш хаҡы төбәк иҡтисадындағы уртаса хеҙмәт хаҡынан түбән булмаҫҡа тейеш.


Вернуться назад